Яңылыҡтар
14 Октябрь 2025, 09:59

Беренселәр хәрәкәте конкурсы башланды!

Бының өсөн командаларҙа 6-25 йәшлек биш кеше булырға тейеш. 

Беренселәр хәрәкәте конкурсы башланды!Беренселәр хәрәкәте конкурсы башланды!
Беренселәр хәрәкәте конкурсы башланды!

Беренселәр хәрәкәте беренсел бүлексәләр конкурсының өсөнсө миҙгеленә старт бирҙе.

7 октябрҙә Беренселәр хәрәкәте флагман проектының өсөнсө миҙгеле - балалар һәм йәштәрҙең башланғыстары өсөн 2025-2026 йылға “Беренселәр хәрәкәтенең беренсел бүлексәләре конкурсы” башланды. Конкурстың маҡсаты - беренсел бүлексәләрҙең башланғыстарын хуплау һәм йәштәрҙе социаль әһәмиәтле эшмәкәрлеккә йәлеп итеү.

Кемдәр ҡатнаша ала?

Конкурста төрлө кимәлдәге һәм типтағы белем биреү ойошмаларынан - мәктәп һәм колледждарҙан алып университеттарҙың, өҫтәмә белем биреү ойошмаларынан командалар ҡатнаша ала. Шулай уҡ йәштәр сәйәсәте, мәҙәниәт, спорт һәм етем балалар менән эшләгән башҡа тармаҡтарҙан ҡатнаша алалар.

Бының өсөн командаларҙа алтынан 25 йәшкә тиклемге биш кеше булырға тейеш. Уларға һигеҙ йүнәлештәге биш уйын кимәле аша үтергә кәрәк. Белгестәр заданиеларҙы билдәләгәс, иң яҡшы ике мең команда аҡсалата бүләккә эйә буласаҡ. Был аҡсаны Беренселәр хәрәкәтенең йәмәғәтселек киңлеген булдырыу, беренсел бүлексә өсөн ҡорамалдар, мебель һәм оргтехника һатып алыуға файҙаланырға мөмкин.

Конкурста ҡатнашыу өсөн Беренселәр хәрәкәтенең рәсми сайтында ғариза ҡалдырырға кәрәк.

Сығанаҡ, фото: https://mgazeta.com/news/novosti/2025-10-14/dvizhenie-pervyh-ob-yavlyaet-start

Автор:Айһылыу Низамова
Автор:
Читайте нас