

Сарала район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов, Башҡортостан Республикаһының 7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Илнур Рифат улы Сәлихов, абруйлы ҡунаҡтар, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, яҡташ яугирҙарыбыҙ, яу яланында һәләк булған геройҙарҙың туғандары, Аҡъяр ауылы халҡы, район мәктәптәренең кадет, юнармеец һәм «Шайморатов» кластары ҡатнашты.
Скульптура композицияһында кәүҙәләндерелгән батырлыҡ өлгөһө геройҙарыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында һөйләй һәм ул мәңгелек хәтер символына әүереләсәк. Шулай уҡ, һәйкәл илһөйәрлек тойғоларын үҫтереү, тарихи ысынбарлыҡты һаҡлау һәм ғорурлыҡ өлгө булып тора.
Был тантана районыбыҙ халҡы хәтерендә бөйөк тарихи ваҡиға булып яҙыласаҡ. Киләсәгебеҙ яҡты булһын өсөн көрәшкән, илһөйәрлектең тере миҫалы булған махсус хәрби операция геройҙары һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә булһа, Еңеү һис шикһеҙ беҙҙең яҡта булыр. Үҙ ғүмерҙәрен аямай тыуған илен һаҡлап, ҡаһарманлыҡ юлына баҫҡан яҡташтарыбыҙҙың исемдәре тыуған яҡ тарихына мәңгелеккә яҙылды, улар хаҡында хәтерҙе ҡәҙерләп һаҡлау беҙҙең изге бурысыбыҙ.