Яңылыҡтар
10 Октябрь 2025, 16:35

Районыбыҙ үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын һәм Республика көнөн билдәләне.

Хәйбулла районында Башҡортостан Республикаһы көнөнә арналған ҙур байрам концерты үтте. Хәйбуллалар өсөн был йыл үҙенсәлекле — беҙ Республика көнөн генә түгел, тыуған районыбыҙға 95 йыл тулыуҙы ла билдәләйбеҙ.

Районыбыҙ үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын һәм Республика көнөн билдәләне.Районыбыҙ үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын һәм Республика көнөн билдәләне.
Районыбыҙ үҙенең 95 йыллыҡ юбилейын һәм Республика көнөн билдәләне.

Аҡъяр ауылының 3-сө мәктәбе тамаша залында үҙенсәлекле байрам атмосфераһы хөкөм һөрә. Хөрмәтле ҡунаҡтар араһында Хәйбулла районы Муниципаль район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, Башҡортостан Республикаһының етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты директоры Илнур Сәлихов, Башҡортостан Республикаһының Етенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Эльбрус Ниғмәтуллин, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Ғәзиз Манапов та булды.

Был көндө районда йәшәүсе 20-гә яҡын кеше лайыҡлы наградалар, Почет грамоталары, рәхмәт хаттары һәм башҡа билдәләр алды. Байрам тағы ла бер тапҡыр Хәйбулла еренең үҙ эштәре менән тыуған районын данлаған талантлы һәм эшһөйәр кешеләр менән бай булыуын күрһәтте.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас