Яңылыҡтар
10 Октябрь 2025, 10:53

"Икмәк, торт һәм бәлеш фестивале"

Аҡъяр ауылының полилингваль күп профилле мәктәбендә традицион булып киткән «Икмәк, торт һәм бәлеш фестивале» үтте.

"Икмәк, торт һәм бәлеш фестивале""Икмәк, торт һәм бәлеш фестивале"
"Икмәк, торт һәм бәлеш фестивале"

 Хәйбулла ере үҙенең икмәге менән дан тота.  Матур көҙҙөң бер көнөндә район халҡын тағын бер матур байрам көттө. Фестивальдә конкурсанттарҙың икмәк, бәлеш, торттарын ҡарау ғына түгел, ә уларҙы тәмләп ҡарарға, туғандарын һәм яҡындарын һыйлау өсөн пирогтар һәм төрлө ҡамыр ризыҡтары һатып алыу мөмкинлеге лә булды. Унда үҙ оҫталыҡтарын күрһәткән 20-гә яҡын кулинар ҡатнашты. Аҡъяр ауылының 3-сө һанлы полилингваль күп профилле мәктәбендә төрлө икмәк һәм кондитер изделиеларынан өҫтәлдәр һығылып торҙо. Төрлө эслектәр менән тултырылған хуш еҫле пирогтар һәм торттар жюри һәм байрамға килеүселәр өсөн тәҡдим ителде. Райондың 95 йыллыҡ юбилейына арнап бәлеш, торттар биҙәкләп эшләнгән.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас