Яңылыҡтар
10 Октябрь 2025, 09:56

Фельдшер-акушерлыҡ пункттары яңыра

Районда һуңғы йылдарҙа 14 яңы модулле ФАП сафҡа инде

Фельдшер-акушерлыҡ пункттары яңыраФельдшер-акушерлыҡ пункттары яңыра
Фельдшер-акушерлыҡ пункттары яңыра

Башҡортостан - фельдшер-акушерлыҡ пункттары һаны буйынса илдә алдынғылар иҫәбендә. Шул иҫәптән беҙҙең районда ла һуңғы йылдарҙа 14 яңы модулле ФАП сафҡа инде. Был турала  Аҡъяр үҙәк район дауахаһының баш табибы Рәмилә Шәрипов мәғлүмәт бирҙе.

-Районда 38 фельдшер- акушерлыҡ пункты бар, шуларҙың 14-е модулле ФАП (Бәләкәй Арыҫланғол, Оло Әбеш, Ғәлиәхмәт, Аҡназар, Антингән, Әбүбәкер, Федоровка, Татыр-Үҙәк, Яңы Ергән, Маҡан, Әҙел, Мәмбәт, Баҡал, Степной ауылдары) һәм  Матрай модулле табип амбулаторияһы.

2023 йылда Баҡал, Бәләкәй Арыҫланғол ауылдарында, 2024 йылда Яңы Ергән фельдшер-акушерлыҡ пункттары һәм Өфө ауылында табип амбулаторияһы асылды.  Улар  "Оҙайлы һәм әүҙем тормош", “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты,   “Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звенонһын яңыртыу” төбәк программаһы сиктәрендә төҙөлдө.

Модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты ауыл һәм алыҫ тораҡ пункттарҙа беренсел медицина ярҙамы һәм акушерлыҡ күҙәтеүен ойоштороу өсөн тәғәйенләнгән. Модулле ФАП-та бөтә кәрәкле нәмә бар: табип, акушер ҡабул итеү кабинеты, прививка яһау һәм процедура кабинеттары, көтөү өсөн холл, йылытыу һәм һыу менән тәьмин итеү системалары ҡуйылған. Бина пациенттарҙы ҡабул итеү, профилактик тикшереүҙәр, вакцинация, беренсе ярҙам күрһәтеү, диспансер күҙәтеүе һ.б. өсөн шарттар булдыра. Тулы завод әҙерлеге арҡаһында РФ Һаулыҡ Һаҡлау министрлығының санитар нормаларына һәм талаптарына тап килеүен тәьмин иткән модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡорорға мөмкин.

Киләсәктә Рафиҡ, Комсомольск, Байғусҡар, Садовый, Һамар, Сәғит тораҡ пункттарында тиҙ төҙөлә торған модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын һатып алыу һәм монтажлау планлаштырылған, - тине Рәмилә Рәхимйән ҡыҙы.

6 октябрҙә оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы ауыл фельдшерҙарына һаҡсыл ҡарарға саҡырҙы, шулай уҡ республикала тағы ла һигеҙ яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыуға старт бирҙе. Республикала ауыл ерендә медицинаның ролен һәм әһәмиәтен барыһы ла аңлай, тип билдәләне Радий Хәбиров.

-Башҡортостан фельдшер-акушерлыҡ пункттары һаны буйынса Рәсәйҙә алдынғы позицияны биләй. Республиканың ауыл халҡына медицина ярҙамын 2 071 фельдшер-акушерлыҡ пункты тәьмин итә. 2019 йылдан алып «Һаулыҡ Һаҡлау» милли проекты сиктәрендә республикала 608 модуль конструкцияһы ҡуйылған (2025 йылға план - 134 конструкция, бөгөнгә 124 ҡуйылған), - тине БР Һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин.

Фекерҙәр:

Рәлиф Искәнйәров, Яңы Ергән ауылы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты фельдшеры:

- Медицина өлкәһендә дөйөм хеҙмәт стажым 14 йыл. Яңы Ергәндә фельдшер булып ике йыл эшләйем. Элекке Фап иҫке, һыуыҡ булды. Яңыһында яҡты, йылы, медицина хеҙмәте күрһәтеү өсөн бөтә уңайлыҡтар ҙа булдырылған, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Пациенттар өсөн йәмле. Эшләүе лә күңелле. Ауылда прописка буйынса 520 кеше иҫәпләнә.  Шулай уҡ балалар күп, яңы тыуған биш сабый бар. ФАП-та халыҡҡа беренсел медицина ярҙамы күрһәтелә.

Рәмзиә Аралбаева, Яңы Ергән ауылы хакимиәтенең эштәр идарасыһы:

  • Яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуын күптән көттөк, сөнки ауылда медицина ярҙамы талап ителгән пенсионерҙар күп. Заманса ФАП төҙөлөүе беҙҙең өсөн ҡыуаныслы ваҡиға.

 

 

 

Автор:Разиля Байгускарова
Читайте нас