Яңылыҡтар
9 Октября 2025, 11:41

Ҙур проектҡа нигеҙ һалынды

Владимир Путиндың Дүшәмбегә сәфәре сиктәрендә Радий Хәбиров Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын булдырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.

Ҙур проектҡа нигеҙ һалындыҘур проектҡа нигеҙ һалынды
Ҙур проектҡа нигеҙ һалынды

октябрҙә Дүшәмбе ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй-Тажикстан индустриаль паркын булдырыу проектын тормошҡа ашырыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйыуҙа ҡатнашты. Сара Рәсәй Президентының Тажикстанға дәүләт сәфәре сиктәрендә үтте.

Ике дәүләт башлығы - Владимир Путин һәм Эмомали Рахмон ҡатнашлығында республика етәксеһе Радий Хәбиров Тажикстандың инвестициялар һәм дәүләт милке менән идара итеү буйынса дәүләт комитеты рәйесе Султон Рәхимзода менән килешеү өлгөләре менән алмашты.

Документҡа Башҡортостан Хөкүмәте, Тажикстан Хөкүмәте, “Халыҡ-ара проекттар менән идара итеү” компанияһы һәм “Коргохи машинасози” машиналар эшләү предприятиеһы ҡул ҡуйҙы. Ул яңы өҫтөнлөклө территория булдырыу сиктәрендә яҡтарҙың үҙ-ара эш итеүен күҙ уңында тота.

– Буласаҡ парк 9,3 гектар майҙанда урынлашҡан. Беҙҙең Үҫеш корпорацияһына федераль бюджет иҫәбенә ике этапта етештереү корпустарын реконструкциялау һәм яңыртыу бурысы тора. Тағы ла бер бурысыбыҙ – индустриаль паркка резиденттарҙы йәлеп итеү. Республиканың ҡайһы бер предприятиелары быға ҡыҙыҡһыныу белдерә, – тип билдәләне Радий Хәбиров.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылдың мартында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте менән Тажикстан Республикаһы Хөкүмәте индустриаль парк булдырыу пландары тураһында килеште. Кисә, 8 октябрҙә, Башҡортостан Башлығы буласаҡ парк майҙансығында булды, унда уның мөмкинлектәре, инженер-техник һәм планлаштырыу ҡарарҙары менән танышты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас