Яңылыҡтар
9 Октябрь 2025, 04:40

Үҙебеҙҙең дарыу арзаныраҡ буласаҡ

Башҡортостанда яңы рецептура бүлексәһе эшләй башланы, ул 300-гә яҡын төрҙәге дарыу сығарасаҡ.

Үҙебеҙҙең дарыу арзаныраҡ буласаҡҮҙебеҙҙең дарыу арзаныраҡ буласаҡ
Үҙебеҙҙең дарыу арзаныраҡ буласаҡ

Республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итеүенсә, тиҙҙән республиканың медицина ойошмалары сирлеләрҙе дауалау өсөн препараттар исемлеген аласаҡ.

Башланғыстың маҡсаты – дарыуҙар һатып алыуҙы еңелләштереү, шул иҫәптән – айырым билдәләнгән препараттар буйынса.

Рәсәй Дәүләт Думаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, аптека етештереүе йүнәлешендә 1400 лицензия бирелгән, әммә ул фәҡәт 520 аптекала ғына ғәмәлгә ашырыла. Хәҙер Башҡортостанда был эште әүҙемләштерергә ниәтләйҙәр.

Фото: БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Автор:
Читайте нас