Яңылыҡтар
9 Октябрь 2025, 06:58

Балаһын дүртенсе ҡаттан ырғытҡан

Ир юғары уҡыу йортонда эшләгән. Әле сабый ныҡ ауыр хәлдә...

Балаһын дүртенсе ҡаттан ырғытҡанБалаһын дүртенсе ҡаттан ырғытҡан
Балаһын дүртенсе ҡаттан ырғытҡан

Ваҡиға бөгөн Өфөлә була. Әле урында оператив хеҙмәттәр эшләй.

34 йәшлек ир кеше юғары уҡыу йортонда электрик булып эшләгән, психиатрҙа диспансер иҫәптә торған.

Мәғлүм булыуынса, ҡатыны, ҡыҙҙың әсәһе, өлкән улы менән шифаханала. Сабыйҙы ҡаланың 17-се дауаханаһына килтергәндәр, уның хәле бик ауыр, тип баһалана.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Эльнара Шаймарҙанова
 
Автор:
Читайте нас