

Акъяр һыуһаҡлағысында ауыл хужалығы фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһының 3-сө һәм 4-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Бәхетғәле Батанов иҫтәлегенә таҡтаташ асылды. Был тарихи көндө һыуһаҡлағыста тантаналы шарттарҙа Хәйбулла районы хакимиәте етәксеһе Рөстәм Шәрипов, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең Премьер-министр урынбаҫары, сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры Александр Николаевич Шельдяев, шулай уҡ Башҡортостан республикаһының ГТС-ты эксплуатациялау идаралығының конструктор бүлеге начальнигы Шакир Шабаев сығыш яһаны.
"Берҙәм Рәсәй" партияһы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты булараҡ Бәхетғәле Батанов Хәйбулла районы үҫешенә тос өлөш индерә.