

Акъяр ауылында тыуып үҫкән Гүзәл Рауил ҡыҙының күңеленә әлеге һөнәренә һөйөү бәләкәй сағынан һалына. Сөнки иң ҡәҙерле кешеһе – әсәһе Сәғирә Ишбулды ҡыҙы Һағынбаева ғүмере буйы тәрбиәсе булып эшләй һәм тырыш ҡыҙын үҙ өлгөһөндә изгелекле, кешелекле итеп үҫтерә.
Гүзәл Хисамова 1992 йылда 1-се Аҡъяр урта мәктәбен тамамлағас, бала саҡ хыялын тормошҡа ашырыу маҡсатында Өфөләге 1-се педагогия колледжына уҡырға инә. Тәрбиәсе һөнәренә эйә булған йәш белгес тыуған ауылына ҡайтып «Тополёк» балалар баҡсаһында хеҙмәт юлын башлай. Балаларҙы ихлас яратҡан, уларға белем биреүгә, тәрбиәләүгә күңелен һалған белгесте Өфөнөң 325-се балалар баҡсаһына эшкә саҡыралар. Унда 3 йыл эшләү дәүерендә һөнәренең бар нескәлектәренә төшөнә, тәжрибә туплай. Шулай ҙа тыуған яҡ үҙенә тарта, кире Аҡъярға ҡайтып «Йәйғор» балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә төшә. Ситтән тороп Магнитогорск дәүләт университетын тамамлай. 2005 йылдан хәҙерге көнгә тиклем «Бәпембә» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
«Артҡа әйләнеп ҡараһаң әллә ни күп тә түгел һымаҡ, шулай ҙа дөйөм стажым 29 йыл булып киткән. Ошо арауыҡ эсендә алты төркөмдө тәрбиәләп сығарҙым. Хәҙерге ваҡытта «Ҡояшҡай» төркөмөндә 3-4 йәштәге балаларҙы тәрбиәләйем. Һәр бала үҙе бер үҙенсәлекле донъя, саф күҙҙәре менән һиңә ышанып бағалар, улар менән бергә бәләкәй генә уңыштарына ла ҡыуанаһың. Шуға күрә лә эштән бер ҙә арып ҡайтмайым - балалар ыңғайына мәж килеп, улар менән уйнап, сафланып ҡайтҡандай тоям үҙемде. Балаларҙың төрлө һәләттәрен асыу һәм артабан үҫтереү маҡсатында заман талаптарына яуап бирерлек алымдар ҡулланабыҙ. Тәрбиәләнеүселәребеҙгә тирә-яҡ мөхитте уйын аша танытырға, өйрәтергә тырышабыҙ. Төрлө саралар ойошторабыҙ, конкурстарҙа ҡатнашып, урындар яулайбыҙ. Әсәйемдең юлынан киткәнемә бер ҙә үкенмәйем. Һеңлем Зилә Рауил ҡыҙы Айытбаева ла ошо һөнәрҙе һайланы, «Йәйғор» балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып уңышлы эшләп йөрөй», - ти Гүзәл Хисамова.
Гүзәл Рауил ҡыҙы намыҫлы хеҙмәте өсөн «Башҡортостан Республикаһы мәғариф алдынғыһы» билдәһе менән бүләкләнгән, бихисап Почет грамоталары, Маҡтау ҡағыҙҙары ла уның тырыш, тәжрибәле тәрбиәсе икәнен дәлилләй. Шулай ҙа иң ҙур бүләк ата-әсәләрҙең оло ихтирамын тойоу һәм рәхмәт һүҙҙәрен ишетеүҙер ул.
- Гүзәл Рауил ҡыҙы – үҙ эшенең оҫтаһы. Беҙ уны яҡты йөҙлө, сабыр холоҡло, тәжрибәле һәм шул уҡ ваҡытта талапсан тәрбиәсе булараҡ беләбеҙ. Һәр бәләкәскә дуҫ та, серҙәш тә була белә ул. Һәр балаға үҙенең күңел йылыһын өләшкән тәрбиәсе уларҙың төрлө яҡлап үҫешенә лә ҙур тырышлыҡ һала. Балалар баҡсаһына ҡыҙым, Вилена, бик ҡыуанып ҙур теләк менән йөрөй. Ҡыҙым тәрбиәсеһен ихлас яратып, Гүзәл апай шулай тип әйтте, өйрәтте тип өйҙә лә уның әйткәне буйынса эшләй (көлә). Шундай яғымлы, балаларҙы яратҡан тәрбиәсегә эләккәнебеҙгә ҡыуанып бөтә алмайбыҙ, - тип ата-әсәләр исеменән рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе Лилиә Шәһит ҡыҙы Баязитова.
Эйе, тәрбиәсе һөнәре ныҡлыҡ, яуаплылыҡ һәм сабырлыҡ талап иткән ауыр хеҙмәттәрҙең береһе. Бәләкәстәрҙең һәр береһенең күңеленә асҡыс табырға, киләсәктә шәхес булып формалашыуында был һөнәр эйәләренең роле ҙур.
Оҙайлы йылдар бәләкәстәр йөрәгенә наҙ өләшкән хөрмәтле тәрбиәсе һөйөклө ҡатын, уңған хужабикә, изге күңелле әсә лә. Тормош иптәше менән Тимерхан, Гөлдәр, Зөлхизә исемле балалар тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Уңған, алсаҡ, мөләйем, гүзәл заттың матур сифаттарын үҙендә туплаған Гүзәл Рауил ҡыҙына артабан да эшендә ижади уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге теләйбеҙ.
Лира Такалова.