

7 октябрҙә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров етәкселегендәге Башҡортостан делегацияһы Тажикстан Республикаһына килде. Эш программаһында бер нисә эшлекле осрашыу, шулай уҡ сәнәғәт һәм социаль объекттарҙы барып ҡарау планлаштырылған.
-Беҙ планлы рәүештә Башҡортостандың сит ил партнерҙарын арттырабыҙ. Белоруссия, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан менән һөҙөмтәле хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Әле Тажикстан яғынан әүҙем позиция күрәбеҙ, беҙҙең республика Хөкүмәте менән бер нисә тәҡдим ҡаралған да инде, - тип билдәләне Радий Хәбиров, сәфәрҙең маҡсаты тураһында. – Иртәгә һәм иртәнән һуң Тажикстанда дәүләт башлығы Владимир Владимирович Путин етәкләгән Рәсәйҙең рәсми делегацияһы составында эшләйем. Көн тәртибендәге сараларҙың береһе булып Рәсәй -Тажикстан индустриаль паркын булдырыу буйынса инвестиция килешеүенә ҡул ҡуйыу тора. Дөйөм алғанда, республика өсөн тышҡы иҡтисади хеҙмәттәшлек йүнәлешендә яңы ишектәр аса башлайбыҙ.
Автор:Аклима Гизатуллина