Яңылыҡтар
8 Октябрь 2025, 11:10

Һөнәргә тоғролоҡ өлгөһө

“Бүребайҙыҡыһың, тимәк, шахтерһың!” тигән ҡараш йәшәй беҙҙең төбәктә. Ысынлап та, Бүребайҙа “шахтерҙар ҡасабаһы, шахтерҙар төйәге, шахтерҙар династияһы” тигән һүҙҙәрҙе йыш ишетергә тура килә.

Һөнәргә тоғролоҡ өлгөһөҺөнәргә тоғролоҡ өлгөһө
Һөнәргә тоғролоҡ өлгөһө

Юҡҡа ғына шахтерҙарҙың һөнәре иң ҡурҡыныс, ауыр һөнәрҙәр рәтенә инмәй, ер аҫтындағы эштең ауырлығын тик сыҙамлылар, көслөләр генә тарта ала. Бүребай ауылында тыуып үҫкән Айҙар Түләшев та шулар иҫәбендә. Алты балаға ғүмер биргән Ишбулды Сәйфулла улы һәм Нәйлә Ғиниәт ҡыҙы Түләшевтарҙың кинйә балалары булараҡ, ул бәхет эҙләп ситкә китмәй. Мәктәптә өлкән кластарҙа уҡыған сағында водитель таныҡлығын алған йәш егет мәктәпте тамамлағас та көҙгөһөн Бүребай автотранспорт цехына водитель булып эшкә урынлаша. Бер аҙ эшләгәндән һуң 1992 йылдың июнь айында әрме хеҙмәтенә саҡырыла. Йыл ярым хеҙмәтен Силәбе өлкәһенең Озерск ҡалаһында үткәрә. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, автотранспорт цехында эшләүен дауам итә. ГАЗ-53 машинаһында газ баллондарын да ташый, кәрәк ваҡытта ауыл халҡын һыу менән дә тәьмин итә. Бер аҙҙан Айҙар Ишбулды улын БелАЗ машинаһына ултырталар, ул ваҡытта шахтанан фабрикаға руда ташый. 1994 йылда шахтаға скрепер лебедкаһы машинисы булып бара. 12 йыл эшләгәндән һуң, Орск ҡалаһының Индустриаль колледжына ситтән тороп уҡырға инә. Артабан проходкалаусы, тау мастеры булып эшләй. Әлеге ваҡытта 1-се эксплуатация
участка етәксеһе булып хеҙмәт юлын дауам итә. Айҙар Түләшев – икенсе быуын шахтеры. Уның атаһы Ишбулды Сәйфулла улы хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем Октябрь ер аҫты руднигында электровоз машинисы булып эшләй. Өлкән ағаһы Айрат Түләшев та тап ошо тау-байыҡтырыу комбинатында 10 йыл скрепер лебедкаһы машинисы булып эшләп китә. Хәҙер инде Айҙар Ишбулды улының кесе улы Нурислам шахтерҙар династияһын дауамитә.
Алдынғы хеҙмәткәр, өлгөлө ғаилә башлығы ҡатыны Зөлфиә Әсҡәт ҡыҙы менән 1993 йылда армиянан ҡайтҡас бер-береһен осраталар. Ул ваҡытта Баймаҡ районы ҡыҙы Сибай медицина училищеһында уҡып йөрөгән була. Бүребай ауылына дуҫ ҡыҙына ҡунаҡҡа килгән осорҙа йәштәр танышалар һәм 1994 йылдың ноябрь айында ғаилә ҡоралар. Түләшевтар Айнур, Иҙел һәм Нурислам исемле аҡыллы, тырыш, эшһөйәр улдар үҫтерә. Зөлфиә Әсҡәт ҡыҙы башта район дауаханаһында, ә әлеге ваҡытта Бүребай автотранспорт цехында шәфҡәт туташы булып эшләй, водителдәргә рейсҡа тиклемге медицина тикшереүе үткәрә. Түләшевтарҙың өлкән улдары Айнур мәктәп йылдарынан һуң Баймаҡ ҡалаһында яғыулыҡ-энергетика колледжында белем ала. Өйләнә, ғаиләһе менән Сорғот ҡалаһында төпләнә. Азалия исемле ҡыҙҙары бар. Уртансы улдары Иҙел ҡатыны Валерия менән Силәбе ҡалаһында йәшәй. Кесе улдары Нурислам атаһының юлын дауам итеп, таусылар династияһына тоғро
ҡалған. Аҡъяр тау колледжының һуңғы курсы студенты шахтала скрепер лебедкаһы машинисы булып хеҙмәт юлын башлаған.

Тулыраҡ мәҡәләне гәзитебеҙҙең 40-сы һанында уҡығыҙ

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас