Яңылыҡтар
8 Октябрь 2025, 06:07

IТ-һөнәргә бушлай уҡы!

Башҡортостанда йәшәүселәргә уңайлы мөмкинлек бар.    

IТ-һөнәргә бушлай уҡы!IТ-һөнәргә бушлай уҡы!
IТ-һөнәргә бушлай уҡы!

Өфөлә Зәки Вәлиди, 32 -2б адресы буйынса “Мәктәп 21” һанлы технологиялар мәктәбе асылды.

Был уҡыу йортонда 18 йәше тулған һәр кем туғыҙ йүнәлеш буйынса IТ-һөнәргә эйә була ала. Был проект Башҡортостан Хөкүмәте һәм Һаҡлыҡ банкының стратегик партнерлығында тормошҡа ашырыла.

- Был мәктәпкә уҡырға кереү элекке белемгә, эш тәжрибәһенә, программалау оҫталығына, дипломдарҙың булыу-булмауына бәйле түгел. Белгестәр бында программалау оҫталығына, мәғлүмәттәр базаһы һәм селтәрҙәр менән эшләргә өйрәнә ала, – ти Өфөләге “Мәктәп 21” директоры Екатерина Подымова.

Төп уҡыу туғыҙ айҙан ике йылға тиклем һуҙыла. Ул һайланған йүнәлешкә һәм уҡыу темпына бәйле. Был мәктәпкә уҡырға инеү өсөн сайтта ғариза тултырырға кәрәк, алгоритм фекерләүгә, хәтергә ҡоролған онлайн-уйын үтеү төп талаптарҙың береһе.

“Мәктәп 21”-гә инеүҙе ябайлаштырыу маҡсатында ике аҙналыҡ һайлау этаптарын үтеү ҡаралған. Ул 17 ноябрҙән 8 декабргә тиклем бара. Ғаризаны бөгөндән тапшырырға мөмкин.

14 көнлөк һайлап алыу этабы үҙҙәрен программалауҙа һынап ҡарарға теләгән республикабыҙҙың йыраҡ төбәктәрендә йәшәүселәрҙең теләге буйынса башҡарыла.

Фото: "Мәктәп 21.Башҡортостан" ойошмаһынан.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Автор:
Читайте нас