

Үҫәргән ырыуы ҡыҙы Рима алтын көҙ мәлендә, 1962 йылдың 18 октябрендә Йылайыр районының йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Үрге Ғәле ауылында Һибәтулла һәм Хәмдиә Солтановтарҙың ишле ғаиләһендә, дүртенсе бала булып, донъяға килгән. Йөҙйәшәр Төңөлдөк ҡартәсәһенән йор һүҙлелеккә, эш һөйөүсәнлеккә, ғүмер буйы мәктәп ашханаһында эшләгән әсәһенән аш-һыу маһирлығына, йыр-моңға өйрәнә ул. Заманының алдынғы ҡарашлы, уҡымышлы атаһынан аң-белемгә ынтылыусан булып үҫкән тырыш, сәмсел ҡыҙ оло тормош юлына аяҡ баҫҡас та юғалып ҡалмай.
«Атайыбыҙ мәктәптән ниндәй билдәләр менән ҡайтыуыбыҙҙы һәр ваҡыт тикшереп, ҡыҙыҡһынып торҙо. Яҡшы уҡыһаҡ маҡтап, дәртләндереп ебәрер ине. Бөтөнләй һабаҡ алмаған ҡартәсәйем дә, уҡығыҙ, кеше булығыҙ, тип өгөт-нәсихәттәрен биреп ултырҙы. Ғаиләбеҙ менән уҡырға яраттыҡ. Йыл һайын йәшебеҙгә ҡарап «Веселые картинки»ҙан башлап, «Ағиҙел»гә тиклем гәзит-журналдарҙың барыһын да яҙҙыра инек. Почтальон Вәғиҙә инәй әле генә һәр өйгә таратып үткән, типография еҫе сығып торған гәзит-журналдарҙы тәүҙә атайым уҡый, унан һуң беҙгә сират етә. Ә «Ағиҙел» журналы тураһында әйтеп тораһы ла түгел, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре иң тәүҙә шунда баҫыла, энәһенән ебенә тиклем ярышып уҡый торғайныҡ. Атайыбыҙ рус яҙыусыларының ҡалын-ҡалын романдарын уҡып бөтөүен көтөп кенә торабыҙ, аҙаҡ беҙ талаша-талаша сиратлап уҡып сығабыҙ. Шуға күрә рус телен яҡшы белдек, артабан училищела уҡыу ҡыйынлыҡ тыуҙырманы, еңел бирелде», - тип иҫкә ала бала саҡтың яҡты хәтирәләрен Рима Һибәтулла ҡыҙы.
Үрге Ғәле һигеҙ йыллыҡ мәктәбен тик бишле билдәләренә генә тамамлағас, бала саҡтан күңелендә йөрөткән хыялына эйә булыр өсөн, Сибай медицина училищеһына юллана Рима Солтанова. Тырыш ҡыҙ бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, юғары бал йыйып уҡырға инә. Буласаҡ һөнәренең серҙәренә бар күңелен һалып, дәртләнеп өйрәнә. Рима Һибәтулла ҡыҙы ҡулына «Фельдшер» белгеслеге буйынса диплом алғас, хеҙмәт юлын Йылайыр районының Сидоровка ауылында башлай.
1982 йылдың март айында Юлбарыҫ ауылы егете Рәмил Исламғолов менән ғаилә ҡороп ебәрәләр һәм йәш килен ошо ауылда фельдшер-акушерлыҡ пунктында хеҙмәт юлын дауам итә. Мөләйем йөҙлө, сирлеләргә һәр саҡ яғымлы ҡарашта булған, эшен яратып башҡарған шәфҡәт туташын ауыл халҡы үҙ итә. Биш йылдан һуң тормош иптәше Рәмил Әхмәҙей улын Хворостянка ауылына управляющий итеп күсергәстәр, ошо ауылға килеп төпләнәләр һәм Рима Һибәтулла ҡыҙын балалар баҡсаһына шәфҡәт туташы итеп тәғәйенләйҙәр. Иғтибарлы, изге күңелле, яғымлы мөнәсәбәте менән балаларҙың йөрәгенә юл яра ул. Бәләкәстәр медицина бүлмәһенән бер ҙә шөрләмәйҙәр, киреһенсә аҡ халатлы апайҙары менән аралашырға яраталар. Яратҡан һөнәренә тоғро ҡалып, оҙаҡ йылдар кескәйҙәрҙең сәләмәтлеген нығытыу, сыныҡтырыу өҫтөндә күп эшләй, һауыҡтырыу күнекмәләре уҙғара. Теге йәки был ауырыуҙы дауалау буйынса файҙалы кәңәштәрен биреп ата-әсәләр араһында ла ихтирам яулай.
Артабан ауыл фельдшеры хаҡлы ялға киткәс, Өфөлә өс айлыҡ курста белемен камиллаштырып ҡайтҡандан һуң, ауыл халҡының һаулыҡ һағына баҫа. Әлеге көндә уның ҡарамағында 100-ҙән ашыу пациент иҫәпләнә. Рима Хибәтулла ҡыҙы уларҙың һәр береһенә йылы һүҙен дә, иғтибарын да, ваҡытын да йәлләмәй.
-Ауыл халҡы һәйбәт, шунлыҡтан эшләүе лә ауыр түгел. Улар минең әйткәнде бер һүҙһеҙ үтәйҙәр. Хеҙмәтебеҙҙең нескәлектәре күп, беренсе ярҙам күрһәтеү, профилактик саралар үткәреү, кәрәкле документтарҙы тултырыу, ваҡытында диспансеризация үткәреү мөһим эштәрҙең береһе булып тора. Йыл һайын киҙеүгә ҡаршы ла прививкалар яһала. Һәр саҡ сирлеләргә йылы һүҙемде, иғтибарымды йәлләмәҫкә һәм уларҙың хәлен еңеләйтер өсөн ҡулдан килгәнсә ярҙам итергә тырышам, - ти үҙ эшен намыҫлы башҡарған, халыҡ араһында абруй һәм хөрмәт яулап өлгөргән Рима Исламғолова. Оҙаҡ йылдар фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Хәйбулла үҙәк районы дауаханаһының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә.
Рима Һибәтулла ҡыҙы эшендә генә тырыш хеҙмәткәр түгел, ә тормош иптәшенә һөйөклө ҡатын, уңған хужабикә, балаларына ҡәҙерле әсәй, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан өләсәй-ҡартәсәй ҙә. Исламғоловтар ғаиләһе өс бала үҫтереп аяҡҡа баҫтырғандар. Бөгөнгө көндә улдары Рәфис, ҡыҙҙары Гөлшат, Гүзәлиә яратҡан һөнәрҙәренә эйә булып, ата-әсәләренең ғорурлығы, ҡыуанысы-йыуанысы булып, күркәм ғаиләләр ҡороп, үҙ аллы донъя көтәләр. Ҡура тултырып мал, йәйен урам тултырып ҡош-ҡорт аҫрайҙар, баҡсала ишелеп үҫкән йәшелсә, емеш-еләге барыһы ла был йортта уңған, егәрле, һәр нәмәнән йәм табып йәшәүсе йорт хужалары тураһында һөйләй. Рима Һибәтулла ҡыҙы буш ваҡытында ҡорама ҡора, таҫмалар менән сигә, бәйләм бәйләй, ижад емештәре менән район кимәлендәге күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙар советының актив ағзаһы булараҡ, йәмәғәт эштәренән дә ситтә ҡалмай замандашыбыҙ, бер сара ла уңың ҡатнашлығынан тыш үтмәй, МХО-ға гуманитар ярҙам йыйғанда ла һәр ваҡыт үҙ өлөшөн индерә.
Ауыл халҡы үҙ-үҙенә талапсан, яуаплы шәфҡәт туташы Рима Һибәтулла ҡыҙының эшенән ҡәнәғәт, сөнки ул үҙ эшен яратып башҡара, һәр пациентына иғтибарлы, ихтирамлы. Рима Исламғолова кеүек, ауырыуҙарға яғымлы ҡарашын, йылы мөнәсәбәтен йәлләмәгән, Гиппократ антына тоғро ҡалған тырыш хеҙмәткәрҙәрҙең кешелеккә күрһәткән изге эштәре үҙҙәренә лә мең сауап булып әйләнеп ҡайтһын тигән теләктә ҡалабыҙ.
Лира Такалова.