

Был ваҡиға колледж тарихында һәм бөтә мәғариф системаһы өсөн әһәмиәтле көн булды. Тантанала уҡыусылар, уҡытыусылар, колледж етәкселеге, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашты.
Сара тантаналы һүҙҙәр менән асылды. Колледж директоры Нияз Рыҫҡолов һәм килгән ҡунаҡтар район урта һөнәри белем биреү системаһының районда ғына түгел республика кимәлендә лә ҙур һорауға эйә булыуын билдәләп үттеләр. Улар колледж коллективына ижади уңыштар, белем биреүҙә яңы бейеклектәр, йәш быуынға лайыҡлы юл күрһәтеүҙәрен теләне.
Сара барышында иң яҡшы уҡыусылар, төрлө ярыш, олимпиада еңеүселәрен әҙерлән педагогтар бүләкләнде.
Тантананы колледж студенттары әҙерләгән концерт номерҙары күрһәтелде.
Сара аҙағында ҡатнашыусылар колледж коллективына иң изге теләктәрен еткерҙе, артабан да уҡыу йортона яңы уңыштар һәм ҡаҙаныштар теләне.
Аҡъяр тау колледжы — урта һөнәри белем биреү системаһының йөҙөк ҡашы. Ул күп быуын йәштәренә һөнәр һәм тормошҡа юл күрһәтеүсе маяҡ булып ҡала.