Яңылыҡтар
3 Октябрь 2025, 11:08

Уҡытыусылар династияһының тамыры ныҡ

Уҡытыусы - донъялағы иң яуаплы, иң изге һәм мәрхәмәтле һөнәрҙәрҙең береһе. Уҡыусыларға төплө белем биреү, мауыҡтырғыс хеҙмәт юлын лайыҡлы үтеү сабырлыҡ һәм таһыллыҡ талап итә. Һиңә ышаныс күҙҙәре менән ҡараған баланың йөрәгенә ғилем орлоҡтары сәсеү, һәләтен үҫтереү, тормошта үҙ юлын табырға ярҙам итеү йәшәү рәүешеңә әйләнә. Ә инде һин уҡытыусылар династияһын дауам итәһең икәң, иңеңә өсләтә яуаплылыҡ өҫтәлә һәм уға ғүмерең буйына тап төшөрмәй, намыҫлы эшләргә бурыслыһың. Ринат Рәшит улы һәм Кәбирә Ғәлимйән ҡыҙы Таулыҡаевтарҙы бер һүҙһеҙ шундайҙар рәтенә индерергә була.

Уҡытыусылар династияһының тамыры ныҡУҡытыусылар династияһының тамыры ныҡ
Уҡытыусылар династияһының тамыры ныҡ

Быйыл август айында Таулыҡаевтар икеләтә оло байрам билдәләгән, икеһенең дә хеҙмәт юлын башлауҙарына һәм  ғаилә ҡороуҙарына  45-шәр  йыл тулған!

Йорт алдында көҙҙөң иң гүзәл мәле әбейҙәр сыуағына иркәләнеп сағыу сәскәләр күҙҙең яуын алып ултыра. Яҡты, йәмле өй эсенә тәмле былау еҫе таралған: «Әйҙәгеҙ үтегеҙ, бына Кәбирә Ғәлимйәновнаның ҡайтыуына былау әҙерләп маташам, әҙ генә өлгөрмәйерәк торам. Беҙҙә кем алданыраҡ эштән ҡайта шул кухняға керә», - тип ихлас йылмайып ҡаршы алды йорт хужаһы.

Йорт хужабикәһе ҡайтып инеү менән, бар эштәрҙе уға тапшырып, Ринат Рәшит улы Таулыҡаев менән иркенләп әңгәмә ҡорҙоҡ.

Мөғәллимдәр династияһы юлын дауам итеп

Үҙемде уҡытыусылар династияһынан тип ғорурлыҡ менән әйтә алам һәм династияның дауамы булыуҙың ни тиклем яуаплылыҡ талап итеүен, йылдар үткән һайын төшөнә барам. Беҙҙең уҡытыусылар династияһына нигеҙ һалыусы булып ҡартатайым Сабир Әбдрәхим улы Таулыҡаев тора. Ҡартатайым Ырымбур мәҙрәсәһендә уҡыған, бик белемле, киң ҡарашлы, заманса фекер йөрөткән кеше булған. Башҡорт, рус, латин, ғәрәп алфавиттарын яҡшы белгән, ауылдаштарын да белемгә әйҙәп, наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәшкән. Айыулы ауылында мәктәп төҙөүҙә уның тырышлығы баһалап бөткөһөҙ, балаларға география, биология  фәндәрен уҡытҡан. Халыҡ уны ҙурлап, хөрмәт итеп Сабир мулла тип йөрөткән. Һәр нәмәлә матурлыҡ, оло мәғәнә күргән уҙаман Айыулыны йәшеллеккә күмергә хыяллана: ауыл сиктәренең буйынан-буйына ағастар ултыртып сыға. Ҡуйы урмандай гөрләп үҫеп киткән ул ағаслыҡты «Мулла баҡсаһы» тип йөрөтәләр. Ҡыҙғанысҡа, ғүмере иртә өҙөлә – фажиғәле рәүештә һәләк була.

Мәҡәләне тулыраҡ 40-сы һанда уҡығыҙ.

Автор:Лира Такалова
Читайте нас