Яңылыҡтар
2 Октябрь 2025, 12:13

Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне

Бүребай мәктәбендә  уҡытыусылар көнөнә арналған байрам тантанаһы үтте. Күркәм сарала район мәктәптәрендә ал-ял белмәй эшләгән, йәш быуынға белем биреү, бар яҡлап һәләтен үҫтереү, шәхес булараҡ камиллаштырыу өсөн көсөн йәлләмәгән уҡытыусылар һәм был өлкәлә күп йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән хаҡлы ялда булған мәғариф хеҙмәт ветерандары йыйылды.

Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләнеУҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне
Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне

Уларҙы һөнәри байрамдары менән ҡотлап, район хакимиәте башлығы Рөстәм Динислам улы Шәрипов, район мәғариф идаралығы начальнигы Айгөл Фәрит ҡыҙы Кәримова иң изге теләктәрен еткерҙе.

Тантаналы байрамда күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн 1-се Акъяр урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Юлдашбаева Рима Риф ҡыҙы «Рәсәй Федерацияһының мәғариф отличнигы» билдәһенә лайыҡ булды.

Эштәрендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкәндәре өсөн «Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре» исеме Йәнтеш мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Арыҫланова Гөлдәр Рәшит ҡыҙына һәм Бүребай урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Һөйөндөкова Гүзәл Йәүҙәт ҡыҙына бирелде.

Юғары һөнәри оҫталыҡтары өсөн «Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы» менән Татыр-Үҙәк урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Дәүләтшина Фәрзәнә Мөхәмәтғәле ҡыҙы, Подольск мәктәбенең тәрбиәүи эштәр буйынса директор урынбаҫары Ҡотоева Лилиә Рәмил ҡыҙы, 2-се Акъяр урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Мөхәмәтшина Гөлфирә Эльбрус ҡыҙы һәм 1-се Акъяр урта мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы Рудниченко Татьяна Александровна бүләкләнделәр.

Йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур өлөш индергәндәре һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы -  Ҡоролтай рәйесе Рәхмәт хаты Аҡъяр ауылы 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең директоры Дәүләтбирҙин Рөстәм Насырйән улына һәм 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең директор урынбаҫары Жильцова Татьяна Николаевнаға тапшырылды.

Мәғариф өлкәһендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәндәре өсөн бер төркөм уҡытыусылар район хакимиәтенең, мәғариф идаралығының Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары, мәғариф профсоюзы ойошмаһының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнделәр.

Шулай уҡ, тантаналы сарала йәш уҡытыусыларға 100 мең һумлыҡ сертификаттар тапшырылды.

Уҡыусыларҙың күңел донъяһын, ышанысын яулаған изгелекле, оло йөрәкле ғилем эйәләрен саҡ ҡына булһа ла ауыр эштәренән арындырған байрам тантанаһынан, һәммәһе лә лайыҡлы баһаһын алып, күтәренке кәйеф менән таралышты.

 

Автор: Лира Такалова

 

Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне
Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне
Уҡытыусылар һөнәри байрамын билдәләне
Автор:Лира Такалова
Читайте нас