Яңылыҡтар
2 Октябрь 2025, 05:51

Башҡортостанда һуғыш балалары өсөн льготалар киңәйтелде

Хәҙер «Һуғыш балалары» статусына эйә булған граждандарға республиканың күп функциялы үҙәктәрендә дәүләт хеҙмәттәре сираттан тыш күрһәтелә.

Башҡортостанда һуғыш балалары өсөн льготалар киңәйтелдеБашҡортостанда һуғыш балалары өсөн льготалар киңәйтелде
Башҡортостанда һуғыш балалары өсөн льготалар киңәйтелде

Башҡортостанда һуғыш балалары өсөн льготалар киңәйтелде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 30 сентябрҙә тейешле законға ҡул ҡуйҙы. Документ республиканың рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Яңы законға ярашлы, «һуғыш балалары» статусына эйә булған граждандарға республиканың күп функциялы үҙәктәрендә дәүләт хеҙмәттәре сираттан тыш күрһәтелә. Бынан алдараҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы беренсе уҡыуҙа һуғыш балалары өсөн льготалар исемлеген киңәйтеүҙе күҙ уңында тотҡан закон ҡабул иткәйне.

Башинформ яҙғанса, Башҡортостанда һуғыш балалары 2-шәр мең һум аҡса түләнә.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-10-01/v-bashkirii-rasshirili-lgoty-dlya-detey-voyny-4410725

Автор:Инсаф Хужабиргәнов
Автор:
Читайте нас