Яңылыҡтар
1 Октябрь 2025, 04:14

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен цехҡа реставрацияға ебәрергә әҙерләйҙәр

Салауат Юлаев һәйкәлен цехҡа реставрацияға ебәрергә әҙерләйҙәр. Был хаҡта «Салауат Юлаев. Реставрация» телеграм-каналы хәбәр итә.

Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен цехҡа реставрацияға ебәрергә әҙерләйҙәрӨфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен цехҡа реставрацияға ебәрергә әҙерләйҙәр
Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәлен цехҡа реставрацияға ебәрергә әҙерләйҙәр

Скульптура юғары сифатлы ремонт талап итә. Реставраторҙар әйтеүенсә, ремонт цехы Өфө биләмәһендә урынлашҡан.

2027 йылда башҡорт халҡының милли батыры үҙ урынына ҡайта. Яңыртылған комплекс үҙенең 60 йыллығына асылырға тейеш.

Пабликта 1967 йылға әйләнеп ҡайтырға һәм һәйкәлде нисек ҡуйғандарын ҡарарға тәҡдим итәләр.

«Башинформ» яҙғанса, бер аҙна самаһы элек һәйкәлде һүтеү эштәре башланды.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-30/v-ufe-pamyatnik-salavatu-yulaevu-gotovitsya-otpravitsya-na-restavratsiyu-v-tseh-4408700

Автор:
Читайте нас