

Башҡортостанда Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының ҡыҙыу бәйләнешенә граждандарҙың 11 октябрҙә нисек ял итеүе тураһында һорауҙар килә башланы. Аҙнаһына биш көн эшләгән хеҙмәткәрҙәр ял көнөнөң күсерелеүе тураһында ишеткән булһа, алты көн эшләгәндәр өсөн аңлатма бирмәнеләр.
Быйыл Республика көнө шәмбегә тура килә, тимәк, ял 13 октябргә (дүшәмбе) күсерелә тигәнде аңлата.
«Шулай итеп, аҙнаһына биш көн эшләгән хеҙмәткәрҙәр өс көн рәттән ял итә: 11, 12 һәм 13 октябрҙә, — тине дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова. — Йома, 10 октябрҙә, эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡартыла. Әгәр отпуск 11 октябрҙәге байрам көнөнә тура икән, ял бер көнгә оҙайтыла. Алты көнлөк график буйынса эшләгән хеҙмәткәрҙәр өсөн 11 октябрь генә ял була».
Был көндө эшләгән бөтә хеҙмәткәрҙәр өсөн (график буйынса, вахта) икеләтә эш хаҡы түләнә (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 153-сө статьяһы).