Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2025, 07:10

Владимир Путин 1 октябрҙән көҙгө саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәйҙә көҙгө саҡырылыш кампанияһы барышында 135 мең егетте хәрби хеҙмәткә саҡырыу планлаштырыла.

Владимир Путин 1 октябрҙән көҙгө саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙыВладимир Путин 1 октябрҙән көҙгө саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы
Владимир Путин 1 октябрҙән көҙгө саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй президенты Владимир Путин хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Тейешле документ рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.

«2025 йылдың 1 октябренән 31 декабренә тиклем Рәсәй Федерацияһының 18-30 йәшлек граждандарын хәрби хеҙмәткә саҡырырға», — тиелә указда.

Документҡа ярашлы, 135 мең кешене саҡырыу планлаштырыла. Бынан тыш, ошо уҡ указ менән хәрби хеҙмәтен тултырған һалдаттар демобилизациялана.

Бынан алдараҡ Радий Хәбиров Башҡортостанда саҡырыу комиссиялары составын раҫланы.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-29/vladimir-putin-polpisal-ukaz-ob-osennem-prizyve-s-1-oktyabrya-4406827

Автор:Эдуард Ҡусҡарбәков
Автор:
Читайте нас