Нуриман районының Нимесләр ауылында йорт янып киткән. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының, Байгилде һәм Яңы Күл ауылы биләмәһенең янғын һүндереүселәре 42 квадрат метр майҙанға таралған утты һүндерә. Һәләк булғандар һәм зыян күргәндәр юҡ.
Йортта күп балалы ғаилә йәшәгән. Янғын ваҡытында балалар өйҙә булмаған. Йорт автономиялы янғын хәбәр итеүсе менән йыһазландырылған. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда батарея ҡуйылмаған булған.
Урында Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәүтикшереүсеһе эшләй. Янғындың сәбәбе асыҡлана.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә: