Яңылыҡтар
30 Сентябрь 2025, 04:05

2026 йылда пенсия 1 ғинуарҙан индексациялана

Был хаҡта Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығынан хәбәр иттеләр.

2026 йылда пенсия 1 ғинуарҙан индексациялана2026 йылда пенсия 1 ғинуарҙан индексациялана
2026 йылда пенсия 1 ғинуарҙан индексациялана

Ведомство мәғлүмәте буйынса, пенсия түләү өсөн бөтәһе 13 триллион һумға яҡын аҡса йүнәлтелә.

«Былтырғы кеүек үк, пенсияны ваҡытынан алда арттырыу тураһында ҡарар ҡабул ителде: бер юлы 1 ғинуарҙан — инфляциянан юғарыраҡ. Страховка пенсияһы 7,6% индексациялана, һөҙөмтәлә ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 2 мең һумға тиерлек арта һәм 27,1 мең һум була», — тиелә хеҙмәт министрлығының белдереүендә.

Социаль пенсия  1 апрелдән 6,8% индексациялана.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-09-29/v-2026-godu-pensii-proindeksiruyut-dosrochno-s-1-yanvarya-4406277

Автор:Әлфиә Әһлиуллина
Автор:
Читайте нас