Яңылыҡтар
29 Сентябрь 2025, 06:31

Яугир менән осрашыу үтте

Аҡъяр ауылының 3-сө полилингваль күп профилле мәктәбенең 7-се Б һәм В кластары уҡыусылары өсөн үҙәкләштерелгән район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре махсус хәрби операция биләмәһенән яраланғандан һуң реабилитацияға ҡайтҡан «Шмель» позывнойлы яугир менән батырлыҡ дәресе үткәрҙе. 

Яугир менән осрашыу үттеЯугир менән осрашыу үтте
Яугир менән осрашыу үтте

Осрашыуға Федоровка ауыл биләмәһе башлығы Наталья Лебедева, "Беҙ бергә-көс "хәйриә фонды рәйесе Светлана Луценко килде.

Батырлыҡ дәресендә "Шмель" позывнойлы яугир хеҙмәт барышы, үҙ хәрби бурыстары тураһында һөйләне. Ул хәҙерге заман һалдаты өсөн физик әҙерлек кенә түгел, төплө белем, теге йәки был хәл килеп сыҡҡанда тиҙ арала дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алыу,  рухи үҫешкә әҙер булыу сифаттары ла мөһим тип билдәләне. Шулай уҡ үҙенең тәьҫораттары һәм кисерештәре менән дә уртаҡлашты. Уҡыусылар уның хеҙмәтенә, яугирҙарҙың көнкүреше һәм осраған ауырлыҡтар тураһында күп һорауҙар бирҙе. Яугир, хәүеф-хәтәргә ҡарамаҫтан, үҙенең хеҙмәте менән ғорурланыуын һәм уны үҙ тормошоноң мөһим өлөшө тип иҫәпләүен таныны. Уның әңгәмәһе яуаплылыҡ һәм патриотизм тойғоһо менән һуғарылған. Осрашыу уҡыусыларға бик күп файҙалы һәм фәһемле мәғлүмәттәр бирҙе. Балалар яугирҙарҙың көнкүреше, ниндәй шарттарҙа йәшәүҙәре тураһында яугирҙар төшөргән ҡыҫҡа видео-ролик ҡарап үттеләр. Батырлыҡ дәресе барышында шулай уҡ беҙҙең яугирҙарға тылдан килгән ярҙам темаһы ла күтәрелде. Яугир мәктәп уҡыусыларына, райондаштарына һәм ауылдаштарына гуманитар ярҙамдары, хаттары өсөн рәхмәт белдерҙе. Осрашыу аҙағында бөтә ҡатнашыусылар ҙа уға һәм башҡа яугирҙарға ныҡлы һаулыҡ, тыуған яҡтарына, яҡындарына Еңеү менән, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләне.

Әйткәндәй, “Шмель” позывнойлы яугир “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған.

Ошондай йәнле осрашыуҙар йәш быуын вәкилдәрендә үҙ илебеҙ менән ғорурланыу, Ватаныбыҙҙы һаҡлаусы батырҙарға хөрмәт тәрбиәләү сараһы ла ул.

Автор:Ильнара Аптикова
Читайте нас