«Языков үҙәк район дауаханаһы һәм республика перинаталь үҙәге табиптары Регина Радик ҡыҙының барлыҡ тәҡдимдәрҙе лә түҙемлелек менән үтәүен билдәләне. Сөнки һәр йөклөлөк — ҙур яуаплылыҡ талап иткән һынау», – тине баш табип.
Күп балалы атай әйтеүенсә, балалар — көс һәм илһам сығанағы, тормошоңа мәғәнә өҫтәй, яңы маҡсаттарға этәргес бирә. Ғаилә башлығы үҙәк район дауаханаһында водитель булып эшләй, үҙ эшеңә тоғролоҡтоң ни тиклем мөһим икәнен белә.
https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-28/v-bashkirii-v-mnogodetnoy-semie-rodilsya-malysh-bogatyr-4405395