

Рәсәй хөкүмәте башлығы Михаил Мишустин киләһе йылда байрам һәм ял көндәре тураһында ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, ил халҡы 118 көн ял итәсәк. Шул уҡ ваҡытта 247 көн эш көнө тип иғлан ителгән.
2026 йылда түбәндәге дәүләт байрамдары һәм өҫтәмә ял көндәре ҡаралған:
Яңы йыл каникулдары (2025 йылдың 31 декабренән 2026 йылдың 11 ғинуарына тиклем): 12 көн.
Ватанды һаҡлаусылар көнө (21-23 февраль): 3 көн.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө (7-9 март): 3 көн.
Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы (1-3 май): 3 көн.
Еңеү көнө (9-11 май): 3 көн.
Рәсәй көнө (12-14 июнь): 3 көн.
Халыҡтар берҙәмлеге көнө (4 ноябрь): 1 көн.
Яңы йыл (31 декабрь): 1 көн.