- Үҙең бешергән хуш еҫле икмәккә етмәй икән ул. Яҡындарым да ярата, үҙем дә уларҙы файҙалы ризыҡ менән һыйлай алыуыма ҡыуанып бөтә алмайым. Ҡомалаҡ икмәге иҫкереп тә бармай, - ти Өфө районының Шамонин ауылында йәшәүсе Мәрйәм Яҡшымбәтова.
Уның ҡомалаҡ йыйып, унан әсетке яһап, икмәк һала башлауына биш йыллап икән. Уңған хужабикә әйтеүенсә, август-сентбярь айҙарында ҡомалаҡ йыйып ҡалырға кәрәк. Әйткәндәй, әсетке менән бешерелгән икмәктең ашҡаҙан-эсәк юлдары өсөн ифрат файҙалы булыуы тураһында белгестәр ҙә йыш ҡабатлай. Әйҙәгеҙ әле, әсетке яһап, икмәк бешерергә өйрәнәйек.
- Ҡомалаҡты йыйып, еләҫ урында киптерәбеҙ ҙә бер устай алып, ике стакан һыу һалып, ярты сәғәт самаһы ҡайнатабыҙ. Шунан һөҙөп алабыҙ ҙа шыйыҡ ҡаймаҡ хәленә килгәнсе он һалып, төйөрҙәре бөткәнсе болғатабыҙ. Йылымыс хәлгә инде икән, тимәк икмәк иҙеп ҡуйырға мөмкин. Шулай итеп, 1 стакан ҡайнаған йылымыс һыуға 3 аш ҡалағы әсетке, 1 стакан он ҡушып болғап баш әсетәбеҙ.Йылы урынға ҡуйыу һәйбәтерәк. Кистән ҡуйһағыҙ, иртән тороуығыҙға “баш” матур ғына итеп әсей. Уға 1 аш ҡалағы тоҙ, 1 стакан һыу, 3 аш ҡалағы көнбағыш майы, он һалып, ҡамыр баҫабыҙ. Мин ондоң юғары сортлыһын ҡулланырға яратмайым, 1 сортлыны алам. Матур уйҙар менән, изге теләктәр теләй-теләй әйбәт итеп ҡамыр баҫабыҙ ҙа, өҫтөн ябып, 1,5-2 сәғәткә йылы урынға ултыртабыҙ. Шунан тағы бер ҡат баҫып, ҡабарырға оҙатабыҙ. Әҙер булғас, формаларға һалабыҙ һәм духовкала 1 сәғәт тирәһе бешереп алабыҙ, - тип өйрәтте уңған ҡуллы Мәрйәм Яҡшымбәтова.
Аштарығыҙ тәмле булһын, һау-сәләмәт булайыҡ!
Фото шәхси архивтан