

Хәйбулла районында Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры, дүрт тапҡыр ҡышҡы Паралимпия уйындары чемпионы Ирек Зарипов махсус хәрби операция ветерандары менән осрашыуҙар уҙғарҙы. Әйтергә кәрәк, Ирек Айрат улы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгәндәр йәшәгән торлаҡтарҙы тикшереү һәм яраҡлаштырыу менән шөғөлләнгән комиссия эшендә ҡатнаша.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү – айырыуса иғтибар үҙәгендә һәм республикабыҙҙа был эш бөтә йүнәлештәр буйынса ла әүҙем алып барыла. Миҫал өсөн, 2024 йылдың ғинуарында Башҡортостанда МХО ветерандары өсөн «Торлаҡ шарттарын яраҡлаштырыу» программаһы старт алды. Бөгөнгө көнгә ҡарай «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының республика филиалына торлаҡты яраҡлаштырыу буйынса эштәр үткәреүгә 150-гә яҡын ғариза килгән. Ирек Айрат улының эш сәфәре Аҡъяр ауылында Йәштәр йортонан башланды. Унда махсус хәрби операция ветерандары менән осрашыу үтте. Бында ҡунаҡты район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсембәтова һәм «Ватанды Һаҡлаусылар» фондының урындағы социаль координаторҙары ҡаршы алды. Үҙ сиратында Ирек Зарипов ҡышҡы Паралимпия уйындарында дүрт тапҡыр алтын миҙал яулаусы һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры булараҡ, спортта үҙ урынын табыуы хаҡында һөйләп, яугирҙарҙы илһамландырҙы. «Барыһы ла үҙҙебеҙҙең ҡулда. Аллаһы Тәғәлә беҙгә йәшәргә икенсе тапҡыр мөмкинлек бирҙе, һәм беҙ шул мөмкинлекте ҡулдан ысҡындырырға тейеш түгел», – тип ҡанатландырҙы ул.
Рөстәм Шәрипов хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн махсус хәрби операция ветераны Артур Тайыповты Батырлыҡ ордены һәм «Һәләкәткә тарығандарҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы Артабан Ирек Зарипов етәкләгән комиссия ағзалары Бүребайға юл тотто. Сәфәр барышында белгестәр сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән МХО ветераны Руслан Бикбовтың торлаҡ шарттарын ентекләп тикшереп, адаптация ҡулайламаларын урынлаштырыу өсөн кәрәкле үлсәмдәр алдылар.
–«Торлаҡ шарттарын яраҡлаштырыу» программаһы – ветерандарҙың киләсәгенә инвестиция, уларға тулы тормошҡа ҡайтыу, үҙ-үҙенә ышаныс табыу һәм йәмғиәт үҫешенә үҙ өлөшөн индереүгә булышлыҡ итә, – тип билдәләй комиссия ағзалары.
Программа сиктәрендә торлаҡты комплекслы яңыртыу ҡаралған. Аш-һыу һәм санузел бүлмәләре тулыһынса яңыртыласаҡ, бөтә кәрәкле мебель һәм сантехник ҡорамалдар алмаштырыла. Был үҙ эсенә заманса аш-һыу гарнитуралары, эргономик
сантехника, душ кабиналары йәки уңайлылыҡ стандарттарына яуап биргән ванналар ҡуйыуҙы ала. Программаның мөһим элементы булып өй шарттарында эш урыны булдырыу тора. Һәр ветеранға кәрәкле оргтехника менән йыһазландырылған заманса эш урыны әҙерләнәсәк, шул иҫәптән компьютер, принтер һәм уҡытыу, квалификацияһын үҙгәртеү һәм өйҙән эшләү өсөн кәрәкле башҡа ҡорамалдар. Был ветерандарға һөнәри оҫталыҡтарын үҫтерергә, белем алырға һәм иҡтисади яҡтан әүҙем булып ҡалырға мөмкинлек бирәсәк.