Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2025, 05:50

Башҡортостанда ҡар яуыуы ихтимал

Республикаға килгән йәйге йылы оҙаҡҡа барманы. Башгидромет мәғлүмәте буйынса, 25 сентябрҙән Көньяҡ Уралға төньяҡ киңлектәрҙән һалҡын һауа яҡынлаша.

Башҡортостанда ҡар яуыуы ихтималБашҡортостанда ҡар яуыуы ихтимал
Башҡортостанда ҡар яуыуы ихтимал

Арктик фронт үтеү менән һауа температураһы көндөҙгө сәғәттәрҙә +11,+16° тиклем түбәнәйә, көньяҡта +20,+25° йылы һаҡлана.

Аҙна аҙағында һалҡын һауа торошо, урыны менән 0, -5° тиклем һалҡынайтыуы, ҡырау төшөүе көтөлә, көндөҙ +5, +10°. Шулай уҡ аҙнаның икенсе яртыһында ямғыр яуыуы фаразлана.

Республиканың төньяҡ һәм таулы райондарында аҙна һуңында ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы ихтимал, тип хәбәр итә синоптиктар.

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-24/sinoptiki-predupredili-o-vozmozhnom-vypadenii-snega-v-bashkirii-4399794

Автор:
Читайте нас