

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров былтыр районға эш сәфәре барышында Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы базаһында “Шәфҡәт туташы эше” һөнәре буйынса медицина төркөмө асырға ҡушҡайны. Был проект төбәктә медицина белеме кимәлен күтәреүгә һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау системаһы өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән. Быларҙың барыһы тураһында Аҡъяр тау колледжы директоры Нияз Рыҫҡолов менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
-Нияз Хәмзә улы, барыһы ла нисек башланды?
- Тәүҙә беҙ Сибай медицина колледжы менән бергәләп “Шәфҡәт туташы эше” һөнәре буйынса төркөм асыу буйынса ҙур әҙерлек эшен башҡарҙыҡ. Хәҙер Сибай медицина колледжы беҙҙең колледж нигеҙендә белем биреү эшмәкәрлеген алып барыуға лицензия ала, адресыбыҙҙы филиал булараҡ өҫтәй.
- Лицензия алыу өсөн ниндәй аҙымдар яһалды?
-Иң ҡатмарлыһы “Роспотребнадзор”ҙың ыңғай һығымтаһын алыу булды. Беҙ уларҙың бөтә иҫкәрмәләрен бөтөрҙөк: яҡтылыҡ приборҙарын алмаштырҙыҡ, раковиналарға ҡайнар һыу үткәрҙек, жалюзи ҡуйҙыҡ, санитар узелдарҙы яҡшырттыҡ, ишекле кабиналар ҡуйҙыҡ, аҙыҡ блогына раковина өҫтәнек, бойлерҙар ҡуйҙыҡ. Шулай уҡ Сибай медицина колледжы менән 10 йылға ҡуртым килешеүе төҙөлдө, уға ярашлы улар 6 кабинет: тамаша залы, спорт залы, ашхана һәм ярҙамсы биналар ҡуртымға ала.
- Документтарҙы рәсмиләштереү нисек бара?
-Ҡуртым килешеүенә ҡул ҡуйылған һәм Росреестрға ебәрелгән, хәҙер уны теркәүҙе көтәбеҙ. Бынан һуң Сибай медицина колледжы лицензия алыу өсөн документтарын Рособрнадзорға тапшыра. “Шәфҡәт туташы эше” һөнәренә ҡорамалдар килтерелгән.
-Быйыл нисә төркөм һәм студент ҡабул итеү планлаштырыла?
-Быйыл 25 студентҡа иҫәпләнгән бер бюджет төркөмөн асыу планлаштырыла. Документтар ҡабул итеү бара, 4 авгусҡа 28 ғариза бар. Ата-әсәләр коммерция төркөмөн асыуҙы һорай, әммә быйылға бюджет төркөмө генә буласаҡ.
-Уҡытыу нисек ойоштороласаҡ?
-Тәүге йыл –10-11-се кластарҙағы кеүек дөйөм белем биреү предметтары, уларҙы беҙҙең уҡытыусылар алып барасаҡ. Икенсе курстан махсус предметтар башлана һәм беҙ Аҡъяр үҙәк район дауаханаһы һәм Сибай медицина колледжы белгестәрен йәлеп итергә ниәтләйбеҙ. Ҡорамалдар етешмәү сәбәпле, икенсе йәки өсөнсө курстан студенттар Сибай колледжында уҡыуын тамамлауы мөмкин. Дөйөм уҡыу ваҡыты 2 йыл 10 ай.
- Студенттарға кем етәкселек итәсәк?
- Беҙ педагогик кадрҙар, шул иҫәптән белем биреү процесына һәм төркөмгә етәкселек итәсәк Сибай медицина колледжы филиалы мөдирен һайлайбыҙ. Кандидатураны Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яраштыра.
- Ситтән килгән студенттар өсөн йәшәү урыны нисек ойоштороласаҡ?
- Ҡуртым килешеүенә ситтән килгән студенттар өсөн ятаҡ биреү индерелгән. Беҙ айырым блок әҙерләнек, әммә һуңғы ҡарар студенттар һанына бәйле буласаҡ.
- Уҡыу процесы ғәҙәти колледждан нимәһе менән айырыласаҡ?
- Беренсе курс айырылмай тиерлек – ул дөйөм предметтар. Махсус медицина дисциплиналары икенсе курстан башлана. Уҡыу планы раҫланған, биш көнлөк уҡыу аҙнаһы, сәғәттәр һәм имтихандар бүлеү килешелгән.
-Уҡыуға инеүселәрҙең уңыштары ниндәй?
-Аттестаттың уртаса балы юғары - 4,4-тән 4,9-ға тиклем. Был медицина йүнәлеше өсөн талаптарға тап килә.
Шулай итеп, бөтә талаптарҙы иҫәпкә алып һәм кәрәкле инфраструктура һәм кадрҙар әҙерләү менән колледж нигеҙендә медицина төркөмөн асыу план буйынса бара.