Яңылыҡтар
22 Сентября 2025, 11:53

"Кешбэк отоғоҙ!": мутлашыу схемаһы

-

💰«Һылтанма аша үтеп 70% «кешбэк» алығыҙ», – мутлашыусылар ҡорбандарына ошондай хат ебәрә.

 

Енәйәтселәр Telegram мессенджерын ҡулланыусыларға яҙып, 70% «кешбэк» отор өсөн ҙур банктың йәки компанияның акцияһында ҡатнашырға тәҡдим итә.

 

📱 Йәнәһе, акцияла ҡатнашыр өсөн, кешеләргә яһалма каналға яҙылырға тәҡдим итәләр. Төркөмдөң биҙәлеше – мәҫәлән, аватары – рәсми клмпанияның брендингына тап килә, шуға ялғанды тәү ҡарашҡа асыҡлауы ҡыйын.

 

Фишинг һылтанма каналға саҡырыу кеүек биҙәлгән йәки каналдың үҙенә беркетелгән булыуы ихтимал. Ул СМС аша алынған код менән карта паролдәрен һораған сайтҡа килтерә. Был мәғлүмәттәр автоматик рәүештә мутлашыусыларға эләгә.

 

❗ Шикле һылтанмалар буйынса үтмәгеҙ һәм акциялар менән махсус тәҡдимдәр тураһындағы иғландарҙы брендтарҙың рәсми сайттарында һәм ҡушымталарында тикшерегеҙ.

 

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Автор:
Читайте нас