Яңылыҡтар
22 Сентябрь 2025, 06:58

Абхазия аэропорты Өфө менән авиабәйләнешкә рөхсәт алды

Абхазия аэропорты Өфө һәм Нальчик менән авиабәйләнешкә рөхсәт алды. Абхазияның иҡтисад министры Теймураз Миквабия ТАСС агентлығына биргән интервьюһында ошо турала белдерҙе.

Абхазия аэропорты Өфө менән авиабәйләнешкә рөхсәт алдыАбхазия аэропорты Өфө менән авиабәйләнешкә рөхсәт алды
Абхазия аэропорты Өфө менән авиабәйләнешкә рөхсәт алды

Теймураз Миквабия билдәләүенсә, Абхазияла транспорт, шул иҫәптән һауа транспорты үҫешенә ҙур баҫым яһала һәм «хәҙерге ваҡытта ыңғай һөҙөмтәләр күренә».

«Рәсәйҙең транспорт властары менән яҡшы бәйләнештәбеҙ, Рәсәйҙең төрлө төбәктәре менән үҙ-ара мөнәсәбәттәр булдырыла. Авиабәйләнешкә рөхсәт алған бер нисә ҡала бар. Мәҫәлән, Өфөгә һәм Нальчикка осорға рөхсәт бар», — тип хәбәр итте Абхазияның иҡтисад министры Теймураз Миквабия.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-09-22/aeroport-abhazii-poluchil-razreshenie-na-aviasoobschenie-s-ufoy-4396375

Автор:
Читайте нас