Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2025, 08:20

Яугирҙарҙа — бер маҡсат, беҙҙең иңдә — бар хәсрәт

Хәйбулла районынан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға сираттағы гуманитар ылау ебәрелде. Район халҡы ил һаҡсыларына ярҙам итеүҙә ғәҙәттәгесә ҙур әүҙемлек күрһәтә. Мәҫәлән, маҡандар автомобиль, йәнтештәр мунса өсөн мейес, Өфө ауылы халҡы йылы толстовкалар тегеп, ғәлиәхмәттәр борщ, иләстәр тушенка әҙерләп оҙаттылар – барыһын һанап бөтөүе лә мөмкин түгел. «Ылау теүәл генә барып етһен, ир-егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын. Донъяла тыныслыҡ урынлашһын», — тип теләй изге йөрәкле хәйбуллалар.

Әбеш ауыл биләмәһе халҡы ла сираттағы гуманитар ярҙам йыйыуға дәррәү ҡушылған.

—Махсус хәрби операция башланғандан алып Әбеш ауыл биләмәһе ауылдарында йәшәүселәр яугирҙарға гуманитар ярҙам йыйыуҙа һәр ваҡыт ихлас ҡатнаша. Һәр бер изге башланғысты ҡеүәтләп, уға үҙ теләге менән ҡушылып, һәр кем ярҙам әҙерләүҙә үҙ өлөшөн индерергә тырыша. Уңғандар егеттәрҙе һәм хәрби техникаларҙы ҡурсалаған маскировка селтәрҙәре үрҙеләр, окоптарҙа файҙаланыу өсөн кейеҙ баҫтылар, йылы ойоҡтар бәйләне һәм башҡалар. Сентябрҙә хәрбиҙәрҙең һорауы буйынса 12 тоҡ картуф, аҙыҡ-түлек, тушенка, кәрәк-яраҡтар оҙаттыҡ. Ә был юлы сәк-сәк, һалма, бауырһаҡ, кипкән ҡорот, сөсө икмәк, көнкүреш әйберҙәрен һәм башҡаларҙы алып килдек. Үрнәк ауылынан мобилизацияланған «Башҡорт» позывнойлы яугир өс йылдан ашыу алғы һыҙыҡта хәрби бурысын үтәй. Ул ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәс, Әбеш ауыл биләмәһе халҡынан 50 мең һумдан ашыу йыйылған аҡсаға кәрәкле генератор, иретеп-йәбештереү аппараты, маска һәм электродтар һатып алып, яҡташыбыҙға ебәрҙек. Гуманитар йөк имен барып етеп, хәрбиҙәрҙең ауыр хеҙмәтен еңеләйтһен, барыһы ла иҫән-һау тыуған яҡтарына ҡайтыуҙарын теләйбеҙ, — тине гуманитар ярҙамды ирекмәндәргә тапшырған Әбеш ауыл биләмәһе башлығы Таһир Юнысов.

Ивановкалар ҙа хәлдән килгәнсе ил һаҡсыларына ярҙам итергә тырыша. Бында активистар маскировка селтәрҙәре үрә, канаттар һәм дрондан ҡурсалаған ҡормалар әҙерләй, яугирҙарға кәрәк-яраҡтар һәм приборҙар һатып алыу өсөн аҡса йыя.

—Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға гуманитар ярҙам күрһәтеүгә үҙ өлөшөн индергәндәргә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Ошо арала йыйылған аҡса иҫәбенә ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан яҡташыбыҙға 43 мең һумлыҡ ҙур планшет һатып алдыҡ. Ә командировкаға ҡайтҡан егеткә автомобиленә ике тәгәрмәс һәм стартер алып бирҙек. Бынан тыш, Аҡташ ауылы халҡы 13 мең һум аҡса йыйып ирекмәндәргә тапшырҙы. Сираттағы гуманитар ылауға ауылдаштар бихисап банка тоҙламалар һәм  салаттар, һалма, сөсө икмәк, үлән сәйе, йылы ойоҡ-бирсәткәләр, маскировка селтәрҙәре һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы оҙаттыҡ, — тигән мәғлүмәт менән уртаҡлашты Ивановка ауыл биләмәһе башлығы Елизавета Абдуллина.

Өлкәндәр менән бер рәттән мәктәптәр уҡыусылары һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре лә ата-әсәләре һәм педагогтары менән бергә изге эшкә үҙ өлөшөн индереүе маҡтауға лайыҡ.

 —Һамар мәктәбе яугирҙарға ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнаша. Беҙ был миссияның мөһимлеген аңлайбыҙ һәм уртаҡ изге эшкә өлөш индереүҙе үҙ бурысыбыҙ тип иҫәпләйбеҙ. Уҡыусылар һалдаттарыбыҙға ярҙам итеүгә йүнәлтелгән төрлө акцияларҙа даими ҡатнаша, ил һаҡсыларына изге теләктәр юллап хаттар ҙа яҙа. Мәктәптә Надежда  Чекменева етәкселегендәге «Изгелек йөрәктәре» ирекмәндәр фонды эшләй, ул аҡса йыйыу һәм яугирҙар өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алыу менән шөғөлләнә. Күптән түгел фонд тырышлығы менән хәрбиҙәрҙең һаулығын һаҡлау өсөн бик мөһим булған медицина препараттары һатып алынды. Бынан тыш, мәктәп хеҙмәткәрҙәре ярҙам йыйыуҙа әүҙем ҡатнаша, тәмле ризыҡтар, мәҫәлән, сәк-сәк һәм борщ әҙерләй. Ғөмүмән, геройҙарыбыҙға ярҙам итеү өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә тырышабыҙ. Эшмәкәрлегебеҙҙе дауам итергә һәм ярҙам формаларын киңәйтергә ниәтләйбеҙ. Әйткәндәй, беҙҙең акцияларға һәр кем ҡушыла ала,  һеҙҙең ярҙамығыҙ мөһим һәм кәрәк, ә бергәләп күп нәмә эшләй алабыҙ. Хатта бәләкәй генә өлөш тә дөйөм маҡсатҡа табан ҙур аҙым була ала. Әйҙәгеҙ, һаҡсыларыбыҙҙы бергәләп ҡурсалайыҡ! — тип мөрәжәғәт итте Һамар мәктәбе директорының тәрбиә һәм балалар йәмәғәт берекмәләре менән эш итеү  буйынса кәңәшсеһе Ольга Правиднова.
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас