Яңылыҡтар
19 Сентябрь 2025, 10:09

Өфөлә халыҡ-ара халыҡ художество кәсептәре фестивале ойошторола

2026 йылда Өфөлә Халыҡ-ара халыҡ художество кәсептәре фестивале үткәрелә. Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән иң яҡшы оҫталар «Китап байрамы» халыҡ-ара йәрминкәһе тамамланғандан һуң баш ҡаланың Совет майҙанында үҙ ҡулдары менән эшләгән әйберҙәрен күрһәтә.

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Креатив индустриялар сәғәте»ндә ошо турала һөйләне. Республика етәксеһе билдәләүенсә, баш ҡалала һөнәрселәр һәм халыҡ художество кәсептәре оҫталары үҙ изделиеларын һата алһын өсөн даими урындар билдәләргә кәрәк.

Бынан алдараҡ «Башинформ» 2025 йылдың 12 июнендә Өфөнө «Бөтә донъя һөнәрселек ҡалаһы» тип таныуҙары хаҡында хәбәр иткәйне. Башҡортостандың баш ҡалаһы Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып ошонлай статусҡа эйә булды.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-09-19/v-ufe-proydet-mezhdunarodnyy-festival-narodnyh-hudozhestvennyh-remesel-4394626

Өфөлә халыҡ-ара халыҡ художество кәсептәре фестивале ойошторола
Өфөлә халыҡ-ара халыҡ художество кәсептәре фестивале ойошторола
Автор:
Читайте нас