Яңылыҡтар
19 Сентябрь 2025, 11:01

Башҡортостанда йылытыу миҙгеле ҡыҫҡарҙы

Һуңғы 30 йылда Башҡортостанда йылытыу миҙгеле ҡыҫҡарҙы, тип яҙа Ufanovosti.ru порталы Башгидрометҡа һылтанма менән. Метеорологтар күҙәтеүе буйынса, өс тиҫтә йыл эсендә төбәктә 1,6° йылыраҡ була башлаған. Уртаса йыллыҡ температура –+4,1°. Тимәк, уртаса тәүлек температураһы +8 градустан элеккегә ҡарағанда 6-8 көнгә һуңыраҡ түбәнәйә. Өйҙәргә лә йылылыҡ ғәҙәттәгенән бер аҙнаға һуңыраҡ бирелә.

Башҡортостанда йылытыу миҙгеле ҡыҫҡарҙыБашҡортостанда йылытыу миҙгеле ҡыҫҡарҙы
Башҡортостанда йылытыу миҙгеле ҡыҫҡарҙы

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 көн рәттән уртаса һауа температураһы +8 градустан түбән булһа, йылытыу миҙгеле башлана. Бынан алдараҡ торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы йылытыу миҙлегенә 100 процентҡа әҙерлек тураһында белдергәйне, тип яҙҙы «Башинформ».

https://www.bashinform.ru/news/social/2025-09-19/otopitelnyy-sezon-v-bashkirii-stal-koroche-4394664

Автор:
Читайте нас