Яңылыҡтар
18 Сентябрь 2025, 04:10

Быйыл ҡар ҡасан яуыр һәм ҡасан ятыр?

Синоптиктар октябрҙең нисек булырын да күҙалланы. 

Метеорологтар, тәүге ҡар бер айҙан яуасаҡ, тип фаразлай. Был хаҡта "Фобос" үҙәге мәғлүмәттәре күрһәтә.

Мәҫәлән, 4 октябрҙән алып төнгө температура нулдән түбән төшәсәк. 14 октябрҙә, көндөҙгө температураның - 8 градусҡа тиклем төшөүе, ошо көндәрҙә беренсе ҡар яуыуы көтөлә. Был күренеш 16 октябргә тиклем күҙәтеләсәк, әммә ҡар ҡатлам булып оҙаҡ ятмаҫ.

17 октябрҙән синоптиктар һауа температураһының +4…+7 градусҡа тиклем йылыныуын вәғәҙә итә.

Быйылғы октябрь уҙған йылға ҡарағанда сағыштырмаса йылыраҡ буласаҡ, тип фаразлана. Йылы (+) температура 25 октябргә тиклем һаҡланасаҡ. Һауа температураһының түбәнәйеүе (-) айҙың һуңғы көндәрендә генә, 26 октябрҙән башланасаҡ.

Сығанаҡ: https://vk.com/telekanal_salyam 

Автор:
Читайте нас