

Һеҙ, моғайын, таҙалыҡ яратыуға ныҡ бирелгән фанатиктар тураһында ишеткәнегеҙ ҙә, хатта күргәнегеҙ ҙә барҙыр. Улар транспортта тотҡостарға ҡағылыуҙы ла ауыр ҡабул итә. Йәмәғәт урынында ишек тотҡаларына салфеткаһыҙ тотонмайҙар йәки беләктәре менән генә асырға ҡулайлашалар.
Телефонын көнөнә һигеҙ-ун тапҡыр йоғошһоҙландыра, ҡул биреп күрешеүҙәрҙән, ҡосаҡлашыуҙарҙан ҡасырға тырыша. Унда бысраныуҙан йәки микробтар йоҡтороуҙан патологик ҡурҡыу йәшәй, был хәл медицинала мизофобия тип атала.
Даими рәүештә стериллеккә ынтылыуҙың кире эҙемтәләре бар. Беренсенән, кешенең иммунитеты боҙола: организм тәбиғи рәүештә микроорганизмдар менән аралашмай, был хәл иммун системаһының йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы тороу һәләтен кәметә. Икенсенән, психологик тайпылыштар башланыуы, ныҡ хәүефләнеү һәм паник һөжүмдең дөйөм хәл-торошҡа кире тәьҫир итеүе һәм эшкә һәләтлекте кәметеүе ихтимал. Өсөнсөнән, йәмғиәттән социаль айырымланыу хәүефе бар, йыш ҡына кеше тышҡы донъя менән бәйләнештәрҙән ҡасырға ынтыла, яңғыҙлыҡҡа дусар була, депрессияға бирелә.
Һис һүҙһеҙ, гигиена бик мөһим! Ҡулдарҙы даими йыуыу, ваҡыт-ваҡыты менән предмет өҫтәрен йоғошһоҙландырып тороу кәрәк. Тик ҡурҡыу тойғоһо, барыһын да еңеп, өҫкә сыҡҡанда, кешегә ярҙам кәрәк. Бысраныу хәүефе йәшәргә ҡамасаулаһа, йөҙәткес уйҙар һәм хәүефләнеү менән дауам итһә, психотерапевтҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк, тип иҫкәртә “Роспотребнадзор”.