Яңылыҡтар
16 Сентябрь 2025, 06:41

2026 йылда республикала йәшәүселәрҙең пенсияһы ҡасан артыуы билдәле булды

2026 йылда пенсия 1 февралдә һәм 1 апрелдә арттырыла.

2026 йылда республикала йәшәүселәрҙең пенсияһы ҡасан артыуы билдәле булды2026 йылда республикала йәшәүселәрҙең пенсияһы ҡасан артыуы билдәле булды
2026 йылда республикала йәшәүселәрҙең пенсияһы ҡасан артыуы билдәле булды

Рәсәйҙең Социаль фонды рәйесе Сергей Чирков һүҙҙәренсә, киләһе йылдан Рәсәйҙә пенсия ике этапта индексациялана: 1 февралдән пенсия инфляция кимәленә арттырыла, ә 1 апрелдән Рәсәйҙең Социаль фонды килеменә ҡарап билдәләнә.

«Киләһе йылда пенсияны индексациялауға ҡағылышлы бер мөһим үҙгәреш бар. Ул пенсияны ике этапта индексациялауға күсеүгә ҡағыла. Беренсе индексация 1 февралдә башҡарыла (страховка пенсияһы). Ул уҙған йылдың инфляция кимәлендә формалаштырыла. Икенсе индексация страховка пенсияларына ғына ҡағыла һәм 1 апрелдән үткәрелә. Был көндә пенсия күләме Социаль фондтың килеменә бәйле», — тине Социаль фонд етәксеһе РИА Новости агентлығына биргән интервьюһында.

https://www.bashinform.ru/news/economy/2025-09-16/stalo-izvestno-kak-budut-rasti-pensii-zhiteley-bashkirii-v-2026-godu-4389642

Автор:
Читайте нас