Яңылыҡтар
12 Сентябрь 2025, 05:51

Йылы көндәр кире ҡайтасаҡ!

Ҡасан?  Гисметео синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, республикала әбейҙәр сыуағы башлана.

Башҡортостанға йылы әйләнеп ҡайта. Гисметео синоптиктары мәғлүмәттәре буйынса, республикала әбейҙәр сыуағы башлана.

Дүшәмбенән, 15 сентябрҙә, көндөҙ +19 градусҡаса йылы буласаҡ. Төнгө сәғәттәрҙә лә +12 градусҡа тиклем йылыта.

Бындай һауа торошо төбәктә бер аҙнаға яҡын, шәмбегә, 20 сентябргә тиклем дауам итәсәк. Һуңынан республикала йәнә яйлап һыуыта башлаясаҡ.

Яуым-төшөм бөгөн, 12 сентябрҙә, туҡтаясаҡ. Ял көндәрендә һәм киләһе аҙнала, 20 сентябргә тиклем, синоптиктар ҡоро һауа торошон вәғәҙәләй.

Автор:
Читайте нас