

Физкультура дәресен яратмаған уҡыусы юҡтыр. Йүгерергә, һикерергә, шаярырға әҙер генә торған шуҡ балалар өсөн ысын мәғәнәһендә ял дәресе ул. Балаларҙың көсөн, дәртен дөрөҫ яҡҡа йүнәлтеп, спортҡа һөйөү тәрбиәләү физкультура
уҡытыусыһының иңендә. 1-се Аҡъяр мәктәбенең физик тәрбиә биреү уҡытыусыһы Ғирфан Мәмбәтов быны яҡшы аңлай. Спортты үҙе лә ярата һәм был һөйөүҙе уҡыусыларына ла тапшырырға тырыша. Бынан тыш, ул Балалар һәм үҫмерҙәр
спорт мәктәбендә лә дәрестәр уҙғара, милли көрәш һәм традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса секциялар алып бара. Аҡъяр ауылында Ғилман һәм Шәмсинур Мәмбәтовтарҙың биш балалы ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килгән Ғирфан мәктәп йылдарынан уҡ спортҡа әүәҫ була. Үҙен белә-белгәне бирле спорт менән дуҫ үҫмер оҙаҡ уйлап тормай, 1-се Аҡъяр мәктәбенең 8-се класын тамамлағас, Күмертау педагогия училищеһына физкультура уҡытыусылары әҙерләү бүлегенә уҡырға инә. Бында ла спорттан айырылмай, һәр төрлө ярыштарҙа ҡатнашып, уҡыу йорто данын яҡлай. Училищены тамамлағас, уны әрмегә алалар. Тыуған ил алдындағы бурысын лайыҡлы үтәп ҡайтыу менән тыуған ауылындағы үҙе уҡыған мәктәпкә физкультура уҡытыусыһы булып эшкә килә, ситтән тороп Башҡорт дәүләт универститетының Сибай институтын тамамлай. Тормош иптәшен, ауылдашы – рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлнара Юлай ҡыҙын осратып, йәштәр ғаилә ҡоралар. Бер-бер артлы өс улдары – Азамат, Ғәлимйән һәм Рамаҙан донъяға килә. Балаларында ла спортҡа һөйөү тәрбиәләгән атай кеше.
Өлкән улдары Азамат Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, әлеге ваҡытта Хабаровск крайында вахта ысулы менән эшләй. Уртансы улдары Ғәлимйән мәктәп йылдарында «Еңмеш» фильмында төшә, әлеге ваҡытта Хәйбулла тау компанияһында эшләй. Кесе улдары Рамаҙан 2-се Аҡъяр мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы, әрме ҡул көрәше секцияһына йөрөй.
–Беҙҙең районда спорт менән етди мауыҡҡан балалар, үҫмерҙәр һәм өлкәндәр байтаҡ. Барыһы ла профессионал спортсылар булмаһа ла, күптәре физкультура менән шөғөлләнеүҙе ғүмерлеккә үҙ иткән, сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаған. Уҡыусыларым араһында спорт йүнәлешен һайлап, физкультура уҡытыусылары, тренерҙар ҙа бар, – ти тәжрибәле физкультура уҡыусыһы.
Яратҡан һөнәренә бөтә күңелен һалып эшләгәнгә лә ҡыуанырлыҡ, ғорурланырлыҡ һөҙөмтә бар. Уның уҡыусылары район, республика, Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша һәм йыш ҡына призлы урындар яулай. Тренер булараҡ үҫмерҙәргә милли көрәш серҙәрен аса. Тәрбиәләгән йәш көрәшселәре районда ғына түгел, республика, Рәсәй кимәлендәге бәйгеләрҙә еңһендәр өсөн дә аҙ тир түкмәй ул. Ғилман улы үҙе лә көрәш, уҡ атыу, йыйылма команда менән волейбол буйынса үткәрелгән ярыштарҙан ситтә ҡалмай. Ул елкәһенә һалған тәкәләрҙең иҫәбе 36-ға еткән. Үҙ эшен яратып башҡарған, балалар менән уртаҡ тел таба белгән, талапсан уҡытыусыны ата-әсәләр ҙә, уҡыусылары ла, хеҙмәттәштәре лә ярата һәм хөрмәт итә. Һәр кешенең тормошонда спорт булырға тейеш, тип иҫәпләй Ғирфан Мәмбәтов.
Үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙә арымай-талмай эшләгән педагог Ғирфан Мәмбәтов “Рәсәй Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре” исеменә лайыҡ була, милли көрәште үҫтереүҙә һәм популярлаштырыуҙа тос өлөшиндергәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең, спорт һәм туризмды үҫтереүҙә өлгәшкән уңыштары өсөн БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә, һәр кимәлдәге Маҡтау грамоталарының иҫәбе-һаны юҡ. 30 йыл эш стажы, хеҙмәт кенәгендә берҙән-бер яҙма булған уҡытыусының ҡаҙаныштары һанап бөтөрлөк түгел, шуға тик ҡайһыларын ғына һанап үтәбеҙ: Көйөргәҙе районында үткәрелгән ир-егеттәр араһында башҡорт халҡының милли геройы Кинйә Арыҫланов иҫтәлегенә арналған традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса асыҡ турнирҙа 1-се урын, Ейәнсура районында милли көрәш буйынса үҙ ауырлыҡ категорияһында «Үҫәргән батыры» асыҡ турнирында 1-се урын, традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса Башҡортостан Республикаһының беренсе чемпионатында «тиҙ атыш» дисциплинаһында 2-се урынды яулай.