Яңылыҡтар
10 Сентябрь 2025, 15:29

Ғаилә ғәйәт ҙур ҡабаҡтар үҫтергән

"Ҡабаҡтан ҙур бәлеш, манты, ҡабаҡлы тары бутҡаһы бешерергә яратабыҙ. Ҡабаҡтың һуты ла бик тәмле була", — ти улар.

Ғаилә ғәйәт ҙур ҡабаҡтар үҫтергәнҒаилә ғәйәт ҙур ҡабаҡтар үҫтергән
Ғаилә ғәйәт ҙур ҡабаҡтар үҫтергән

Өфөнөң Дим районынан Илһөйәр һәм Таһир Төхвәтуллиндар Шишмә районында урынлашҡан участкаһында гигант ҡабаҡтар үҫтереп алған. Ҡабаҡтарҙың дөйөм ауырлығы 250 килограмға еткән.

— Үҙебеҙ Дим биҫтәһендә йәшәйбеҙ һәм ял һайын Шишмә районындағы атай-әсәй йортона ҡайтабыҙ, унда баҡсабыҙ бар. Быйыл ҡабаҡ уңған: ике 50 килограмлыҡ һәм өс 48 килограмлыҡ ҡабаҡ үҫтереп алдыҡ. Уңыш тулыһынса йыйып алынмаған әле, — тип һөйләне «Башинформ»ға Илһөйәр.

Хужабикә әйтеүенсә, бының өсөн улар артыҡ көс түкмәгән.

— Ваҡытында сәсеп, ваҡытында һыу һибергә генә кәрәк. Йәшелсәләрҙе ашламайбыҙ, сөнки ҡабаҡты үҙебеҙ өсөн үҫтерәбеҙ. Ҡабаҡтан ҙур бәлеш, манты, ҡабаҡлы тары бутҡаһы бешерергә яратабыҙ. Ҡабаҡтың һуты ла бик тәмле була. Былтыр 150-гә яҡын ҡабаҡ үҫтерҙек, әммә улар ул тиклем ҙур булманы. Быйыл картуфтың уңышы ла ҡыуандырҙы: дүрт биҙрә ултыртҡайныҡ, 37 биҙрә ҡаҙып алдыҡ, – тип шатлығы менән уртаҡлаша Төхвәтуллиндар. 

 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас