Рәсәйҙең табип-кардиологы, үҙенең телетапшырыуын алып барыусы Александр Мясников Рәсәй-1 телеканалындағы сығышында аспириндың хәүефе тураһында һөйләне.
Уның әйтеүенсә, беҙҙең илдә ацетилсалицил кислотаһы - иң ҡурҡыныс дарыу. Башҡа илдәрҙә уны етди йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре осрағында, ҡан тамырҙары ныҡ тарайған хәлдәрҙә генә тәғәйенләйҙәр, сөнки препарат үлемесле хәлгә килтерергә мөмкин. Ҡанды шыйығайта алыу сәбәпле, аспирин көслө ҡан китеүенә һәм мейегә ҡан һауыуға булышлыҡ итеүе бар, ти табип. Тимәк, инсульт, инфаркт хәүефе лә арта.
Һәр хәлдә, дарыуҙар ҡабул иткәндә һаҡ булырға, табиптың теүәл күрһәтмәһенә генә таянырға кәрәклеге билдәле.