Яңылыҡтар
8 Сентябрь 2025, 04:19

Гуманитар ярҙамды яугирҙар көтөп ала

Ошо көндәрҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташ яугирҙарыбыҙға  ҙур гуманитар ылау оҙатылды. Һәр ваҡыттағыса был мөһим эшкә барлыҡ район халҡы берҙәм, дәррәү ҡушылды. Гуманитар ярҙам Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларына, Курск һәм Белгород өлкәләренә юл тотто.

Гуманитар ярҙамды яугирҙар көтөп алаГуманитар ярҙамды яугирҙар көтөп ала
Гуманитар ярҙамды яугирҙар көтөп ала

Кәрәкле әйберҙәр башлыса  егеттәр үҙҙәре әйткән тәҡдим буйынса йыйылған. Ил һағына баҫҡан яугирҙарға теләктәшлек белдереп, ошо һынылышлы осорҙа берҙәм булғанда ғына беҙ көслө. Сөнки еңеү тылда сүкелә, уларға беҙҙең хәстәрлекте, бергәлекте тойоу мөһим. 

«Тыуған тыл. Хәйбулла» ирекмәндәр төркөмө етәксеһе Юлиә Ғәлиева мәғлүмәте буйынса йөк машиналарына дизель һәм инвертор генераторҙар, «Булат 4» дронды асыҡлау өсөн детекторы, ноутбук, кабелдәр, «Нива» машинаһы өсөн тәҙрәләр, дрондарҙан ҡурсалаусы одеялдар, мунса мейесе, изолон,  «Урал» һәм башҡа төр машиналар өсөн тәгәрмәстәр, мототранспорт өсөн камералар, төҙөлөш материалдары, медицина препараттары, эсәр һыу, эске һәм термокейемдәр, шәхси гигиена әйберҙәре, шифалы башҡорт балы, картуф һәм йәшелсәләр, эш бирсәткәләре, шәхси гигиена әйберҙәре һәм башҡа көнкүреш кәрәк-яраҡтары оҙатылды. «Хәрбиҙәребеҙ батыр һәм ҡурҡыу белмәй. Улар менән даими бәйләнештәбеҙ. Һынмаҫҡа, йәшәүгә көс өҫтәргә тырышабыҙ, йылы һүҙ ҙә йән аҙығы бит», - ти Юлиә Рәис ҡыҙы.

«Хәйбулла ирекмәндәре» хәрәкәте ағзаһы Зилә Кәримова һөйләүе буйынса улар махсус хәрби операция башланыу осоронан алып яу яланына йөҙгә яҡын маскировкалау селтәрҙәрен оҙатҡан. «Яугирҙарыбыҙҙың ҡатындарына, ғаиләләренә оло рәхмәтлебеҙ. Башлыса улар ярҙамында посылкалар, электр һәм бензобысҡылар, иретеп йәбештереү аппараттары,  кер йыуыу машинкалары, портатив плиталар, төҙөлөш материалдары, медицина препараттары, маскировкалау селтәрҙәре, эсәр һыу, эске кейем, батарейкалар, консервалар, оҙаҡ һаҡланған аҙыҡ-түлек, бирсәткәләр, футболкалар,  шәхси гигиена әйберҙәре ебәрҙек. Әүҙем ярҙамсыбыҙ Салауат Абдуллин яралыларҙы ташыу өсөн тәгәрмәсле носилкалар эшләп ҡыуандырҙы. Яугирҙарҙы бигерәк тә балаларҙан хаттар, открыткалар алыу ифрат шатландыра. Шуға күрә уларға Аҡъяр ауылының «Йәйғор», «Бәпембә», «Шатлыҡ» балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре ҡул эштәрен әҙерләнеләр. Кескәй дуҫтарыбыҙ ҡағыҙ стакандарҙың тышына еңеүгә этәргес көс биргән һүрәттәр төшөрөп эсен тәмлекәстәр менән тултырҙылар. Яу яланындағы егеттәребеҙ беҙҙең терәк-таянысты, күңел йылыбыҙҙы тойһа, уларҙа һынмаҫ рух, ихтыяр көсө тағы ла артыр тип ышанабыҙ», - тине Зилә Кәримова.

«Беҙ бергә - көс» хәйриә фонды етәксеһе Светлана Луценко: «Август айында яҡташ яугирҙарыбыҙ Херсондан Запорожьеға күсеү сәбәпле гуманитар ярҙам оҙатҡан инек. Бына тағы ла ҡыҫҡа вакыт эсендә улар һораған әйберҙәрҙе йыйып өлгөрҙөк. Аҡъяр, Федоровка, Маҡан ауылдары халҡы ярҙамында бөтәһе 25 маскировка селтәре үрелде. Әйткәндәй, МХО биләмәһендәге егеттәр 3х6 метр ҙурлыҡтағы үлән рәүешендә үрелгән селтәрҙәргә өҫтөнлөк бирә. Шулай уҡ, Бүребай моделле китапханаһы ҡарамағында ойошторолған «Ағинәйҙәр», Федоровка ауылы ҡатын-ҡыҙҙары шифалы  үлән сәйҙәрен әҙерләүҙә бик әүҙем булдылар. «Башҡорт сәйе» исемен алған был файҙалы сәй хәрбиҙәребеҙгә бик оҡшай, ошо көнгә тиклем бөтәһе 25 меңдән ашыу пакетик сәйҙәр әҙерләнек. Ирекмәндәр косынкалар, эске кейемдәрҙе  тегәләр, «Ҡоро душ» әҙерләйҙәр һәм ныҡлы, еңел полимер бауҙан «Ҡотҡарыу» беләҙеге үрәләр. Ғөмүмән, эш бер көнгә лә туҡтамай. Ҡыйыу, илһөйәр егеттәребеҙгә ярҙам иткән һәр кемгә рәхмәт әйтәм. Берҙәм, бергә, көслө рухлы булайыҡ», - тине.

Шулай берҙәм булып, ҡулыбыҙҙан килгәнсә ярҙам күрһәтеп, яугирҙарыбыҙҙың иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләйек. Ир-егеттәребеҙгә ошо ярҙам менән тыуған яғыбыҙҙың сәләмдәре, йылылығы барып етһен!

Гуманитар ярҙамды яугирҙар көтөп ала
Гуманитар ярҙамды яугирҙар көтөп ала
Гуманитар ярҙамды яугирҙар көтөп ала
Гуманитар ярҙамды яугирҙар көтөп ала
Гуманитар ярҙамды яугирҙар көтөп ала
Гуманитар ярҙамды яугирҙар көтөп ала
Гуманитар ярҙамды яугирҙар көтөп ала
Автор:Лира Такалова
Читайте нас