Яңылыҡтар
8 Сентября 2025, 15:27

Ағыулы үҫемлектән ҡотолам тип...

Тәүҙә баҡсасы ир өйҙә дауаланып маташҡан, тик бынан һуң хәле насарайған

Ағыулы үҫемлектән ҡотолам тип...Ағыулы үҫемлектән ҡотолам тип...
Ағыулы үҫемлектән ҡотолам тип...

Республика тире-венерологик ауырыуҙар диспансерына балтырған сапҡандан һуң тәне бешкән ирҙе алып килгәндәр. Мәғлүм булыуынса, ул шорты кейгән килеш баҡсаһын үләндән таҙартҡан.

Тәүҙә ир өйҙә дауаланып маташҡан. Тик бынан һуң хәле насарайған. Температураһы күтәрелгән, тәне сәбертеп бешә башлаған. Дауаханала баҡсасыны дауалап сығарғандар, әле уның хәле яҡшы, тип хәбәр итәләр һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Ағыулы балтырғандың үтә хәүефле булыуын иҫтә тотоу мөһим. Үләнде тотҡандан һуң III дәрәжә тән бешеүе алырға йә ҡурҡыныс аллергик реакция булырға мөмкин.

Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас