Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2025, 04:10

Радий Хәбиров Көньяҡ Урал һуҡмағына баһа бирҙе

Ул Башҡортостан һәм Силәбе өлкәһе буйлап мең километрға һуҙылған туристик маршруттарҙан тора.

Радий Хәбиров Көньяҡ Урал һуҡмағына баһа бирҙеРадий Хәбиров Көньяҡ Урал һуҡмағына баһа бирҙе
Радий Хәбиров Көньяҡ Урал һуҡмағына баһа бирҙе

Сибай ҡалаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Урал аръяғы - 25» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы сиктәрендә «Көньяҡ Урал һуҡмағы» уникаль туристик маршруты макеттарын презентациялауҙы ҡараны.

Проекттың авторы һәм ижадсыһы Рәйес Ғәбитов Көньяҡ Урал һуҡмағы – Башҡортостанды һәм Силәбе өлкәһен үҙ эсенә алған Көньяҡ Уралдың матур урындары буйлап үтеп, 1000 километр оҙонлоҡтағы оҙон туристик маршрут булыуы хаҡында һөйләне.

Һуҡмаҡ Яҡтыкүл курортынан башлана, артабан Абҙаҡ курорты, Белорет ҡалаһы,Ирәмәл тәбиғәт паркы, Йөрәккүл милли парктары, Златоуст ҡалаһы, Тағанай милли паркы аша үтеп, Турғаяҡ һыртында тамамлана.

2024 йылда Шығай-Үҙән-Юғары Әүҙән-Иҫке Собханғол-Мәсем-Шүлгәнташтың яңы 200 километрлыҡ участкаһы билдәләнде.  Һәм 2025 йылға башҡорт Шихандарынан Ғүмер  тарлауығы һәм Күк-Ҡарауыҡ шарлауығы аша Шүлгәнташ мәмерйәһенә тиклем һуҡмаҡ һалынған.

Яңы проекттарҙы хуплау буйынса стратегик башланғыстар агентлығы генераль директорының беренсе урынбаҫары Игорь Карачин аңлатыуынса, 2020 йылда Көньяҡ Урал һуҡмағы АСИ-ның пилот проектына әйләнде һәм Башҡортостан хөкүмәте тарафынан ярҙам алды, һәм 2023 йылда — шулай уҡ Силәбе өлкәһе хөкүмәте дәүләт ярҙамы күрһәтте. Йыл һайын ирекмәндәр һуҡмаҡтың яңы участкаһының 200-300 км оҙонлоғон билдәләй.

Радий Хәбиров башҡорт Шиханы, Урал тау сәнәғәтен, Ирәмәл тауы һәм Көньяҡ Урал курорттары макеттарын ҡарағанда һуҡмаҡтың бер маршрутын "Башҡорт оҙон ғүмерлелеге" республика программаһына яраҡлаштырырға кәрәклегенә иғтибар йүнәлтте.

Рәйес Ғәбитов һуҡмаҡтың сәйәхәтселәр өсөн максималь уңайлыҡты күҙ уңында тотоп эшләнгәнен, уны палаткаларһыҙ үтергә мөмкинлек биреүен, приюттарҙа, ҡунаҡханаларҙа, ҡунаҡ йорттарында төн үткәреү мөмкинлеге булғанын билдәләне.

Туристар ял көндәрендә походтарға, шулай уҡ күп көнлөк маршруттарға сыға ала. Маркетинг тикшеренеүҙәре урындағы һәм сит ил туристары араһында ла маршрутҡа ҙур ҡыҙыҡһыныу барлығын күрһәтә.

Киләсәкке планда  Урал аръяғында маршруттың беренсе өлөшөн билдәләү ҡаралған: Сибай – Ғәҙелша шарлауығы – Ирәндек һырты – Талҡаҫ күле.

Шулай уҡ Көньяҡ Урал һуҡмағына көнбайыш инеү юлын – Силәбе өлкәһенең Әшә районынан асыу пландары бар, был туристар өсөн маршруттың уңайлылығын арттырасаҡ.

2026–2028 йылдарҙа Көньяҡ Урал һуҡмағын Башҡортостандың көньяғына, Ырымбур өлкәһенә һәм башҡа йүнәлештәргә киңәйтеү планлаштырыла.

"Беҙ туризмды иҡтисадтың иң мөһим өлөшө тип һанайбыҙ, әммә мин һәр ваҡыт баланс булыуын һәм тәбиғәтебеҙҙе кеше тәьҫиренән һаҡлауҙы тәҡдим итәм. Урал аръяғы әһәмиәтле тәбиғәт урындары менән айырылып тора. Бында туризмға бик иғтибарлы булыу  талап ителә. Был куртка кейеп урам буйлап йөрөү түгел, бында махсус әҙерлек кәрәк, шуға күрә туристар өсөн махсус туристик программалар әҙерләнергә тейеш. Мин үҙем дә ҡатыным менән бергә Көньяҡ Урал һуҡмағының урман йәки тау маршруттарының береһенән үтергә теләйем», — тине Радий Хәбиров «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмәләшкәндә.

Фото: “Башинформ”

 
 
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас