

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Баймаҡ районының 95 йыллығы хөрмәтенә ойошторолған тантаналы сарала ҡатнашты.
Республика етәксеһе район халҡын юбилей менән ҡотлап, дәүләт наградалары тапшырҙы.
– Ошо ябай булмаған ваҡытта күрһәткән хеҙмәтегеҙ, ныҡ булыуығыҙ һәм түҙемлегегеҙ өсөн бөтә баймаҡтарға рәхмәт әйтәм. Бөгөн залда район кешеләре – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар бар. Улар - беҙҙең илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн иң мөһим кешеләр. Бөгөн Ватаныбыҙҙы һаҡлаған бөтә хәрби хеҙмәткәрҙәргә ҙур рәхмәт. Нимә генә булмаһын, улар беҙҙең хәтерҙә герой булып ҡаласаҡ.
Ә һәләк булғандарҙың ғаиләләрен беҙ мотлаҡ һаҡлаясаҡбыҙ, улар тураһында хәстәрлек күрәсәкбеҙ, – тип белдерҙе Радий Хәбиров. – Бөгөн махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам иткән кешеләргә лә рәхмәт әйтәм. Был ярҙам ҡуйылған бурыстарҙы үтәү һәм яугирҙәр ғүмерен һаҡлау өсөн бик мөһим.
Ватан өсөн ғүмерҙәрен биргән яугир-яҡташтарҙы бер минутҡа тын ҡалып иҫкә алдылар.
– Хәҙер беҙҙең бурыс – Башҡортостандың тотороҡло үҫешен тәьмин итеү. Баймаҡ районы хеҙмәткәрҙәренә, предприятие һәм ойошма етәкселәренә ошо эшкә өлөш индереүҙәре өсөн рәхмәт, – тине Радий Хәбиров. – Үҙебеҙҙең яҡтан сәнәғәт предприятиеларына, бәләкәй бизнесҡа ярҙам итергә, мөһим социаль мәсьәләләрҙе хәл итергә булышасаҡбыҙ. Билдәләнгән пландарҙы мотлаҡ тормошҡа ашырасаҡбыҙ. Баймаҡ районына һәм уның халҡына тыныслыҡ һәм үҫеш теләйем.
Баймаҡ районы хакимиәте башлығы Азамат Иҙрисов республика етәкселегенә муниципалитет үҫешенә ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдерҙе. Тантаналы сараны ижади коллективтар һәм Башҡортостан артистары концерты дауам итте.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.