

Аҡъяр ауылынан умартасы Азамат Бохарбаев бөгөн Хәйбулла районы делегацияһы составында «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале күргәҙмәһендә ҡатнашып, үҙенең ҡортсолоҡ продукцияһын тәҡдим итте.
- Икенсе йыл «Башҡорт аты» фестивалендә ҡатнашабыҙ. Былтыр беҙгә стендты иң яҡшы биҙәгәне өсөн Почет грамотаһы тапшырылды. Бик ҙур, тамашалы һәм файҙалы сара, эшҡыуарҙар менән танышабыҙ, яңы бәйләнештәр булдырабыҙ. Киләсәктә лә ошондай саралар үткәрергә кәрәк, сөнки башҡа төбәктәрҙән бик күп сит ил кешеләре милли мәҙәниәтебеҙ, көнкүрешебеҙ, мәҙәниәтебеҙ, милли аш-һыуыбыҙ менән таныша. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәренән, Ҡаҙағстандан, күрше Татарстандан эшҡыуарҙар һәм һыбайлылар килеүен күрҙек. Ҡатыным Гөлнара менән килдек, ул миңә стендты биҙәүҙә ярҙам итә, һүрәт төшөрә. Улым да ярҙам итә. Бөгөн умарталығыбыҙҙан бал һәм бал продукцияһы килтерҙек. Бындай сараларҙа ҡатнашыу һәр ваҡыт шатлыҡлы, - ти Азамат Бохарбаев.