Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2025, 11:44

50 миллион йыл элек аттар ниндәй булған?

Был хаҡта Баймаҡтағы «Ирәндек» музей-ҡурсаулығының экспозиция залында танышырға була. IV «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале уңайынан бында асыҡ ишектәр көнө үткәрелә.  

50 миллион йыл элек аттар ниндәй булған?50 миллион йыл элек аттар ниндәй булған?
50 миллион йыл элек аттар ниндәй булған?

“Башҡорт аты” темаһы республикабыҙ һәм Свердловск өлкәһе тикшеренеүселәрен берләштерҙе. Рәсәй фәндәр академияһы Урал бүлексәһе Үҫемлектәр һәм хайуандар экологияһы институтының өлкән ғилми хеҙмәткәрҙәре Дмитрий Гимранов һәм Павел Косинцев археологик һәм палеонтологик мәғлүмәттәр буйынса Башҡортостан территорияһында ат ҡалдыҡтары тураһында ҡиммәтле мәғлүмәт бирҙе.


Улар нигеҙендә, шулай уҡ тышҡы ҡиәфәте тураһында мәғлүмәттәрҙе иҫәпкә алып, беҙ 50 миллион йыл дауамында ат эволюцияһын сағылдырған һәм экспозициябыҙҙа айырым урын биләгән уникаль инфографика төҙөнөк», – тип һөйләне «Ирәндек» музей-ҡурсаулығының ғилми хеҙмәткәре Рәшит Солтанов.


Бынан тыш, күргәҙмәлә Евразия далалары күсмә халыҡтарының тормошонда аттың урыны хаҡындағы мәғлүмәттәр һәм Ишмөхәмәт ҡурғанының ҡыҙыҡлы артефакттары менән танышырға мөмкин.
Музейҙың адресы: Баймаҡ ҡалаһы, Азанов урамы, 20-се йорт. Эш ваҡыты: 12.00-18.00.

 

50 миллион йыл элек аттар ниндәй булған?
50 миллион йыл элек аттар ниндәй булған?
Автор:"Башҡорт аты" фестиваленең матбуғат хеҙмәте
Читайте нас