

Хәйбуллалар Сибайҙа үткән «Урал аръяғы-2025» бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйында ҡатнаша. Башҡортостан Республикаһының күп һанлы райондары менән бер рәттән Хәйбуллалар ҙа Әбеш һәм Маҡан ауыл биләмәләре йөҙөндә башҡорт халҡының мәҙәниәтен һәм көнкүрешен күрһәтте.