Яңылыҡтар
5 Сентябрь 2025, 09:06

«Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» марафоны Хәйбуллала!

Бөгөн «Еңеү һалдаты» һәйкәле янында «Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» илһөйәрлек марафоны сиктәрендә республиканың ил именлеге һағындағы хәрби подразделениелары байраҡтарын ҡабул итеү тантанаһы үтте.  

«Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» марафоны Хәйбуллала!«Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» марафоны Хәйбуллала!
«Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» марафоны Хәйбуллала!

Рәсәйҙә Ватан һаҡсылары һәм Башҡортостанда Махсус хәрби операция яугирҙәренә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү йылы сиктәрендә республиканың ил именлеге һағындағы хәрби подразделениелары байраҡтары республиканың һәр муниципалитетына барып етеп, 9 декабрь - Ватан Геройҙары көнөндә, баш ҡалабыҙ Өфөгә ҡайтарыласаҡ.

Хәйбуллаға эстафетаны Йылайыр районы вәкилдәре тапшырҙы.

Сарала ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте мәғлүмәт бүлеге начальнигы Фидан  Хәкимов, Йылайыр районы мәғариф бүлегенең баш белгесе, Миңлегәле Шайморатов исемендәге штабы етәксеһе Регина Абдулманова һәм махсус хәрби операция ветерандары советы рәйесе  Алик Юзеев сәләмләне.

Хәрби подразделениелар байраҡтары Бүребай мәктәбендә урынлаштырыла. Улар 9 сентябрь Сибай ҡалаһына тапшырыласаҡ.

Районда  илһөйәрлек марафоны сиктәрендә хәрби-патриотик саралар үтәсәк.

«Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» марафоны Хәйбуллала!
«Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» марафоны Хәйбуллала!
«Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» марафоны Хәйбуллала!
«Батырлыҡ һәм намыҫ байрағы» марафоны Хәйбуллала!
Автор:Лира Такалова
Читайте нас